Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
9 Ғинуар 2019, 12:09

Байрамда эшләү муллыҡ килтерә

Яңы йыл алдынан такси хеҙмәтенә ҡырҡа хаҡтар арта. Был хәл аңлашыла, сөнки ҡала, ауыл араһында пассажирҙар ташыусылар ҙа, ҡала эсендә йөрөүселәр ҙә уңайлы мәлде файҙаланып аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Мөғжизәле байрам алдынан оҙаҡ йылдар Яңы йыл төнөндә халыҡҡа такси хеҙмәте күрһәткән Искәндәр Нәғимйәнов менән осрашып һөйләштек.

Яңы йыл алдынан такси хеҙмәтенә ҡырҡа хаҡтар арта. Был хәл аңлашыла, сөнки ҡала, ауыл араһында пассажирҙар ташыусылар ҙа, ҡала эсендә йөрөүселәр ҙә уңайлы мәлде файҙаланып аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Мөғжизәле байрам алдынан оҙаҡ йылдар Яңы йыл төнөндә халыҡҡа такси хеҙмәте күрһәткән Искәндәр Нәғимйәнов менән осрашып һөйләштек.
—Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнгән ғаиләм янында ултырып бер бокал балалар шапманын эсеп алам да, беренсе саҡырыу булғас та эшкә сығып китәм,—ти таксист.—Был хәл минең өсөн яңы йыл традицияһына әүерелгән. Яңы йылды һәр ваҡыт руль артында ҡаршы алам. Заказдар шул тиклем күп була, хатта төндөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалам.
Искәндәр Нәғимйәнов әйтеүенсә, был мәлдә төрлө хәлдәр була. Бер мәртәбә сменаһы аҙағы-на ул йәш ҡыҙҙы яңылыш үҙ ихатаһына алып килә. Ҡапыл көҙгөгә ҡараһа, артта ҡото осоп күҙҙәре ҙурайып киткән ҡыҙҙы күрә. Бисараҡай был ир ми-не ҡайҙа алып килде икән тип шул тиклем ҡурҡҡан. Шунан ғына ул заказды үтәмәгәнен аңлай һәм ҡыҙҙы әйткән еренә илтеп ҡуя.
Яңы йыл төнө таксисҡа аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлеге лә бирә.
—Былай көндәрҙә 3 мең тирәһе аҡса эшләйем, яңы йыл байрамында 15-20 мең тирәһенә өмөт итергә була,—ти ул.—Былтыр, мәҫәлән төнгө сәғәт 1-ҙән иртәнге 10-ға тиклем йөрөгәндән һуң, аҡсамды һынағанда кеҫәмдә 20 мең һумым бар ине. Балаларыма, ҡатыныма бүләккә етте былай.
Яңы йыл төнөндә хаҡтар артыуын таксист саҡырыуҙарҙың күп булыуына бәйләй. Күп кенә кешеләр, билдәле сәбәптәр арҡаһында үҙ автомобиле руле артына ултырыуҙан баш тарта. Һөҙөмтәлә таксистарға ныҡ ҡына көс төшә. Башҡалар байрам иткәндә улар эштә булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Байрам төнөндә эшләүҙең тағы бер кире күренеше—пассажирҙарҙың айыҡ булмауы. Уларҙың ҡайһы берҙәре водитель өсөн бик хәүефле. Fөмүмән, был мәлдә кеше ташыу еңелдән түгел: кемдер ҡабалана, кемдер ҡунаҡтан ирешеп-талашып, боларып ҡайтып килә. Шуға ла водителдәр һәр кешенең кәйефтәрен көйләргә тырыша. Пассажирҙарҙың күңелен күрәбеҙ тип автомобилен биҙәгән таксистар ҙа була.
Искәндәр Нәғимйәнов байрам традицияһын боҙмай, яңы йылды быйыл да йәндәй яҡын күргән автомобиленең руле артында ҡаршылырға йыйына.