Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
4 Октябрь 2018, 15:16

Ерҙең даны ирҙән

Ауылдың киләсәге ер эшен белгән кешеләргә бәйле. Баймаҡ районының Кәрешкә ауылында тыуып үҫкән Айтуған Йәнтилин ата-әсәһенең эшен дауам итеү маҡсатында 2015 йылда үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын ойошторған.

Ауылдың киләсәге ер эшен белгән кешеләргә бәйле. Баймаҡ районының Кәрешкә ауылында тыуып үҫкән Айтуған Йәнтилин ата-әсәһенең эшен дауам итеү маҡсатында 2015 йылда үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын ойошторған.
Киләсәген ауылдан башҡа күҙ алдына килтерә алмаған егет 11-се кластан һуң Урал аръяғының аграр университетына уҡырға инә. Әрменән һуң Урал аръяғы МТС-ына инженер булып урынлаша. Дүрт йылдан һуң уны МТС-тың Баймаҡ филиалына баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Ауыл хужалығы тармағында ярайһы уҡ тәжрибә туплаған ир-егет үҙ эшен асыу хыялы менән яна башлай. Оҙаҡламай бөткән «Сибай» совхозының Кәрешкә бүлексәһенә ҡараған мал фермаһын ҡуртымға алып ремонтлай һәм 15 баш тана һатып ала. Ата-әсәһенең ишле малын ҡушҡас, һыйырҙар һаны тағы ла күбәйә. Хәҙер Йәнтилиндың крәҫтиән-фермер хужалығында 50 һауын һыйыры, 27 тана һәм быҙауҙар иҫәпләнә. Айтуған ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, ярҙамын тойоп эш итергә өйрәнгән. Батыр Фәйзулла улы 44 йыл буйына совхоздың малын көтһә, Камила Рамаҙан ҡыҙы 30 йыл һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Хәҙер атай кеше улының беренсе ярҙамсыһы, трактор-комбайнға ултырып баҫыуҙарҙы иңләй. Камила апай көн дә эшселәрҙе йылы аш менән һыйлай. Кәрәк саҡта һауынсыларҙы ял иттерергә бара. Йәш фермер ауылдаштарын һәм туғандарын эшле итеп һөйөндөргән. Көтөүселәр Рафиҡ Мөхәмәтҡужин һәм Әхиәр Йәнтилин, һауынсылар Нуриҙә һәм Рәшиҙә Йәнтилиналар, Фәриҙә Исмаҡова тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Хужалыҡтың 250 гектар ерендә иген культуралары сәселә. Техника паркында бер комбайн, өс трактор бар. Айтуған һәм атаһы тракторҙа йөрөһә, Насыров Рәсүл комбайн менән идара итә. Рәфҡәт Юлдашбаев үҙенең йөк машинаһында игенде ырҙынға ташыу эшен башҡара.
2016 йылда Айтуған Йәнтилин грант алыуға ирешкән. Йәш ғаиләгә «Ауылды тотороҡло үҫтереү» программаһы буйынса торлаҡ сертификаты тапшырылған. Айтуған ҡатыны Алиса Булат ҡыҙы менән ауылда ике ҡатлы йорт күтәрә. Был матур ғаиләлә биш йәшлек Арслан менән ике йәшлек Наҙгөл үҫеп ки- лә. Кем белә, бәлки улар ҙа үҫеп еткәс атаһының юлын һайлар?
Һүрәттә: фермер Айтуған Йәнтилин (һулдан икенсе) эшселәре янында.