АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
4 Октябрь 2018, 14:20

Булыр тигән—булдырған

Әбдрәхмән ауылында ла йүнсел ир-егеттәр күп. Fәйсәр Буранбаев—үҙ еренең ысын патриоты. Мәктәпте тамамлап, әрмегә барып ҡайтҡас ул үҙ бәхетен ауыл хужалығы тармағында таба.

Әбдрәхмән ауылында ла йүнсел ир-егеттәр күп. Fәйсәр Буранбаев—үҙ еренең ысын патриоты. Мәктәпте тамамлап, әрмегә барып ҡайтҡас ул үҙ бәхетен ауыл хужалығы тармағында таба.
Хеҙмәт юлын «Сибай» совхозының Куйбышев бүлексәһендә малсы булып башлай. Йылайыр совхоз-техникумында ситтән тороп уҡыған егет зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Артабан 15 йыл дауамында үҙҙәренең хужалығында техник-осеменатор булып эшләй. Совхоз тарҡалғас, хеҙмәт юлын Күлтабан мегафермаһында дауам итә. Һөнәре буйынса бай тәжрибә туплаған белгес үҙ эшен асырға ниәтләй.
2018 йылдың ғинуарында һөтсөлөк фермаһы буйынса бизнес-план төҙөп Баймаҡ районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә мөрәжәғәт итә. Теләгән—моратына ирешкән, тигәндәй Fәйсәр Буранбаев район етәкселеге тарафынан ыңғай яуап ала. Оҙаҡламай ул «Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам» программаһында ҡатнашып, үҙенең бизнес-планын уңышлы яҡлап 3 миллион һумлыҡ грантҡа эйә була. Йәш фермер алдағы көндәргә ҙур пландар ҡороп йәшәй. Сентябрҙең урталарында ул тағылмалы ҡорамалдар менән йыһазландырылған техника һатып алған. Тырыш ир-егет үҙенең өр-яңы «Белорус»ы менән Урал аръяғы МТС-на хеҙмәт күрһәтергә лә өлгөргән.
—Ферманың 700 квадрат метрлыҡ базаһын ҡуртымға алдым. Уны ремонтлап, яҙғыһын тоҡомло таналар алып килергә уйлайым. 67 гектар ерҙә люцерна һәм арпа сәсергә кәрәк. Ике кешегә эш урыны буласаҡ. Киләсәктә, хужалыҡты киңәйтеп, үҙебеҙҙә һөт эшкәртеү цехы асырға ине. Шул уй менән кәләшем Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына ситтән тороп уҡырға инде. Ул ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса технолог һөнәрен үҙләштерә,—ти Fәйсәр Әшрәф улы.
Тап Fәйсәр Буранбаев ише тырыш кешеләрҙе ауылдың тотҡаһы тип йөрөтәләр. Был ысынлап та шулай. Иман юлын һайлап намаҙға баҫҡан Fәйсәр ауыл ир-егеттәре менән бергә йыйылышып мәсет күтәргән. Киләсәктә уның уйында—ике ҡатлы заманса йорт һалып инеү. Әлеге мәлдә Буранбаевтар атай нигеҙендә йәшәй. Fәйсәр кәләше Гөлназ менән биш балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улдары Fайса—3-сө, ҡыҙҙары Зөлхизә 2-се класта уҡый. Динисламға—5, Ансарға 3 йәш булһа, төпсөктәре Әмингә 2 йәш тула. Йәш ғаиләнең һарайында малы ла, ҡош-ҡорто ла күп.
Буранбаевтарҙың эшсән ғаиләһен башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
Читайте нас: