Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
10 Сентябрь 2018, 07:26

Эш һөйгәндәр һөйөнә

Совет осоронда тотороҡло эшләп килгән колхоз-совхоздар бөткәс, хужалыҡтарҙа тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән кеше аптырашып эшһеҙ тороп ҡалды. Тотош ғаиләләре менән ҡайҙа барырға, нимә менән шөғөлләнергә тип йөрөгәндәр ҙә байтаҡ булды. Ярай, ауылда йәшәүселәрҙең мал-тыуары бар ине. Күптәр шул мал көсөнә таянып, көн итте, балаларын уҡытып аяҡҡа баҫтырҙы. Әрһеҙерәктәр үҙҙәренең кәсебен йәйелдерҙе. Берәүҙәр ағас алып, һатыуға мунса, өй буралары әҙерләне, икенселәр теплица ултыртып, кәбеҫтә-ҡыяр үҫтерергә тотондо, өсөнсөләре умартасылыҡ менән шөғөлләнде. Кемдәр ер эшен ярата урындарҙа малсылыҡ, игенселек тармағын яңынан тергеҙеү эшенә тотондо, крәҫтиән-фермерлыҡ хужалыҡтарын ойоштороп, ауылдаштарын эшле һәм ашлы итте. Ундайҙарҙы үҙ еренең ысын хужалары тип әйтергә була.

Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәүсе Хөсәйеновтар ғаиләһе лә бер нәмәгә ҡарамайынса фермерлыҡ эшен башлап ебәргән. Fаилә башлығы Булат Хизбулла улы, ауылда эш булмау сәбәпле, бына алтынсы йыл инде Себер тарафтарында эшләй. Вахта ысулы менән эшләгән ғаилә башлығы, ялға ҡайтҡан арала ике ҡатлы итеп йорт күтәрергә лә, мал-тыуарын ишәйтергә лә өлгөргән. Ҡатыны Гөлиә Рәсим ҡыҙы ла эшкә әрһеҙ, бөтмөр. Ире эштә саҡта улдары Бәхтиәр һәм Сынбулат менән матур итеп донъя көтә. Хөсәйеновтарҙың крәҫтиән-фермерлыҡ эшенә тотоноуҙарына икенсе генә йыл. Әммә ир менән ҡатындың бер уйлы, бер фекерле булыуҙары уларға көс-ҡеүәт бирә.
—Fүмер буйына ғаиләнән айырылып, сит тарафтарҙа эшләп булмаҫ ул. Ҡасан да бер ауылға ҡайтырмын тигән уй-ниәт менән үҙебеҙҙең хужалыҡты үҫтерегә ниәтләнек. Малды ишәйткәс, игене лә, бесәне лә кәрәк. Шул маҡсат менән 200 гектар ер алдыҡ. Быйыл уның 50 гектарына иген сәстек, ҡалған 150 гектарын бесәнлек һәм көтөүлеккә ҡалдырҙыҡ,—ти йәш фермер.
Хөсәйеновтарҙың һарайында 13 һауын һыйыры, тана һәм быҙауҙар аҫрала. Хужабикәгә һәүкәштәрҙе ҡул менән һауыуы ҡыйынлашҡас, улар махсус аппарат һатып алған. Гөлиә әйтеүенсә, улар етештергән һөт продукцияһын алыусылар бар. Киләсәктә төбәктәге һөт ҡабул итеү пункттары менән хеҙмәттәшлек итергә уйлайҙар.
Әлеге мәлдә ғаилә башлығы әҙерләнгән бесәндәрен ҡырҙан ташыу менән мәшғүл. Бының өсөн техника ла, ышаныслы ярҙамсылар ҙа бар. 8-се класҡа уҡырға барған Бәхтиәр трактор арбаһында бесәнде ҡабул итеп тора, тапай, ә 6 йәшлек Сынбулат тракторҙың рычагтары ярҙамында арбаны ҡалҡытып, ауҙарып ултыра. Малайҙар аталарынан һис ҡалмай, утынға ла бара, уны бысышып, ярышып та ҡуя.
—Бала саҡтан эшкә өйрәнһендәр тип, тыймайым. Үҙҙәре теләп ярҙамлаша, шуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ,—ти Булат Хизбулла улы.
Әле ғаилә усаҡлыҡта көн итә. Ихатаның ҡап уртаһында ҡалҡып торған ике ҡатлы ағас йорт бөтә урамды йәмләп ултыра. Хөсәйеновтар үҙ көстәре менән ҡаланыҡынан бер ҙә ҡайтыш, кәм булмаған иркен йорт һалырға ҡарар иткән.
—Ауылда ҡалыуын ҡалғас, бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡта йәшәгебеҙ килде. Унда газ, һыу үткәрҙек, сантехника ултыртырға урын ҡалдырҙыҡ. Алла бирһә, киләһе йылда өй туйларбыҙ тип торабыҙ,—тип һөйөнә йорт хужабикәһе.
Ҡатындың уңғанлығынан күп нәмә тора тигәндәй, Гөлиәнең ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ул заказ буйынса ҡурсаҡтар бәйләй, торттар һәм башҡа татлы ризыҡтар бешерә. Хөсәйеновтар йыл да 100 баш ҡош-ҡорт алып аҫрай. Баҡса эштәрен дә улар бергәләп башҡара. Ауылдаштары был эшһөйәр, егәрле ғаиләгә ҙур ихтирам менән ҡарай. Киләсәктә Хөсәйеновтарҙың фермер-крәҫтиән хужалығы нығыныр һәм артабан үҫеш алыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
А.Таһирова.