Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
23 Июль 2018, 18:07

Фермерлыҡҡа илткән урау юл

—Хәҙер мин һеҙҙе Алғаҙыға—районда иң тәмле ҡымыҙ етештергән фермерға алып барам,—тине Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Ибраһим ҡыҙы Мусина.—Кәбир ағай Ҡунысбаев ауылдың ихтирамлы кешеләренең береһе, ауыл мәсетенең имам-хатибы ла әле ул...—Беҙҙең фамилия Ҡунысбаев түгел, Ҡыуанысбаев булған, тиҙәр. Бер олатайымдың балаһы булмаған. Оҙаҡ йылдан һуң улы тыуғас, шатлығынан Ҡыуанысбай тип ҡушҡан. Йәшәй-йәшәй, Ҡыуанысбай, ниңәлер, Ҡунысбайға әйләнеп киткән,—тип тарих төпкөлөнә төшөп әйләнде танышыу менән Кәбир Билал улы.

—Хәҙер мин һеҙҙе Алғаҙыға—районда иң тәмле ҡымыҙ етештергән фермерға алып барам,—тине Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Ибраһим ҡыҙы Мусина.—Кәбир ағай Ҡунысбаев ауылдың ихтирамлы кешеләренең береһе, ауыл мәсетенең имам-хатибы ла әле ул...
—Беҙҙең фамилия Ҡунысбаев түгел, Ҡыуанысбаев булған, тиҙәр. Бер олатайымдың балаһы булмаған. Оҙаҡ йылдан һуң улы тыуғас, шатлығынан Ҡыуанысбай тип ҡушҡан. Йәшәй-йәшәй, Ҡыуанысбай, ниңәлер, Ҡунысбайға әйләнеп киткән,—тип тарих төпкөлөнә төшөп әйләнде танышыу менән Кәбир Билал улы.
Кәбирҙең тормош юлы баш-ҡа ауылдаштарыныҡынан бер нәмәһе менән дә айырылмай. 1959 йылда Алғаҙы ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте, Әбделкәримдә 10-ды тамамлаған, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында 8 айлыҡ курста уҡып механизатор һөнәре алған. Бүтән уҡыу эләкмәй. «Атай-әсәйем 70-се йылдар башында уҡ хаҡлы ялға сыҡҡан өлкән кешеләр ине. Өйҙә һигеҙ бала. Нисек ташлап китәһең инде»,—ти Кәбир.
Училищены тамамлағас, Баймаҡ совхозының Әбделкәрим бүлексәһенә эшкә сыға. Мал һимертеүҙә, ремонтта йөрөй. Шунан тракторсы ярҙамсыһы итеп ҡуялар. «Алама ғына трактор, көн дә боҙола. Бер ай тирәһе йөрөнөм. Әсәй әрләй, бөтә кейемде майлап бөттөң, кереңде йыумайым, ти. Бригадир осраған һайын, ятма трактор аҫтында бысраҡта, мин һиңә мал бирәм, тип өгөтләй. Сараһыҙҙан күнергә тура килде: аҫҡаҡ ат мендереп совхоз көтөүенә сығарып ебәрҙеләр».
Алты йыл көтә Кәбир совхоз үгеҙҙәрен. Шунан ҡапыл, көтмәгәндә ауырып китә. Еңел эшкә күсерәләр. Ете йыл Әбделкәримдән Алғаҙыға почта ташый. 1993 йылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп асылғас, яңы мәктәпкә завхоз булып күсә. Ике меңенсе йылдар башында, балалар ҙурайып, уҡытыу мәсьәләһе киҫкенләшә башлағас, мәктәптән китеп «ҡалымға» сығып китә: ауылдар буйлап йөрөп, ялланып, ҡыйыҡтар эшләй, рам, кәсәк ултырта. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнеп ала. Шулай, үҙе әйтмешләй, этенеп-төртөнөп йөрөй торғас, 2006 йылда ныҡлап йылҡысылыҡҡа тотонорға ҡарар итә.
«Егә торған атымдан башҡа бер нәмәм дә юҡ. Шулай булһа ла, тоттом да хыялымды шул йылдарҙа ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Кәримов Һаҙый Әбдрәхим улы менән бүлешергә ҡарар иттем. Ул осорҙа бындай эшкә тотонорға теләүселәр аҙ ине. Һаҙый Әбдрәхим улы ҡосаҡлап алды: район хакимиәте башлығы исеменә ғариза яҙҙыртып, Баймаҡҡа алып китте. Рөстәм Рафаэль улы Сәитов та ҡаршы булманы: ер, бесәнлек бирҙеләр, «Россельхозбанк» 150 мең һум кредит бүлде.
Ул аҡсаға бейәләр һатып алдыҡ. 2007 йылдан, бейәләрҙе һауып, ҡымыҙ бешә башланыҡ. Хәҙер егерме бейә һауабыҙ. Көн һайын 60-70 литр ҡымыҙҙы һатыуға сығарабыҙ.
—Кәбир яҡташ, Әлфиә һылыу Алғаҙыға килә ятҡанда, һеҙҙең ҡымыҙ—тирә яҡта иң тәмлеһе, тип маҡтап ташланы бит әле...
—Йылы һүҙе өсөн рәхмәт инде. Ҡымыҙ—әҙ генә үҙгәрештәргә лә бик һиҙгер эсемлек. Шуға күрә, беренсенән, ныҡ таҙалыҡ, икенсенән, ҙур иғтибар талап итә. Ҡымыҙ кислородҡа бай булырға тейеш, шуға уны бер өҙлөкһөҙ бешеп торорға кәрәк. Бының өсөн иң уңайлы һауыт—көбө. Көбөләрҙе йүкәнән үҙем эшләйем, ыҫлайым. Ыҫлау—ул үҙенә күрә дезинфекция, тағы ла ҡымыҙға үҙенсәлекле тәм бирә. Кемгәлер оҡшамауы ла мөмкин, әммә мин көбөләремде йыш ҡына ыҫлап торам. Яңыраҡ бөрйәндәр йүкәне өңөп эшләгән йыуан көбө бүләк итте. Шатлығымдың сиге юҡ.
Һуңғы осорҙа ҡымыҙ тип әл-лә нәмәләр етештерә башланылар. Бер йылы Темәстә ҡымыҙсылар бәйгеһе булып үтте. Ҡатнаш тигәс, мин дә барҙым. Берәү 20 төр ҡымыҙ алып килдем тип маҡтана. Ҡымыҙҙың төрө буламы икән ни? Әсе, сөсөһө булырға мөмкин, әлбиттә, ләкин уға бейә һөтөнән башҡа бер нәмә лә ҡушылырға тейеш түгел. Сейә, еләк япрағы һәм башҡа үләндәр ҡушып яһалған нәмә ҡымыҙ түгел, ҡымыҙ эсемлеге тип аталырға тейеш. Ҡымыҙ урынына ҡымыҙ эсемлеге эсереп беҙ йәштәрҙе алдайбыҙ: улар бит ысын ҡымыҙҙың тәмен айырмай, нәмә эсерһәң дә ҡымыҙ шулай була икән тип уйлай. .. Теге Темәс ваҡиғаһын һөйләп бөтмәнем бит әле. Яҡшылап тикшереп тә тормай миңә өсөнсө урын бирҙеләр. Бәйге бөтөп, һата башлағайным бөтәһе миңә ябырылды бит. «Ана, еңеүселәрҙән алығыҙ»,—тип әйтеп тә ҡараным, ҡайҙа ул. «Һинеке тәмлерәк»,—тип көлә лә ҡуялар. Шунда уҡ һатып бөттөм. Тегеләр торҙо ла ҡалды.
Ҡымыҙҙың сере күп кенә ул. Мәҫәлән, һаумал ҡымыҙ, тиҙәр. Мин уның нимә икәнен белмәйем. Яңы һауылғаны тиһәң, уныһы һөт була бит инде ул. Тағы ла...яңы һауылған йылы һөттө ҡымыҙға ҡойорға ярамай. Эрей. Ярты, бер сәғәт самаһы һыуытып алырға кәрәк...
Кәбир Билал улы ҡатыны Рима Таштимер ҡыҙы менән бәһлеүәндәй өс егет тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре Fайсар Сибай ҡалаһында эске эштәр бүлегендә эшләй, уртансылары Миңнияр Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итә, прапорщик. Икеһе лә өйләнгән. Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Хәйҙәр ата-әсәһенә ярҙам итә—йылҡы көтә. Киләсәктә кем булырын әлегә хәл итмәгән, бәлки атаһының юлын да дауам итер.
Һүрәттә: Кәбир Билал улы Ҡунысбаев улы Хәйҙәргә йылҡысылыҡ серҙәрен өйрәтә.