-11 °С
Болотло
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауыл китапханаһында тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Оҫтабикә Шәүрә Ғәбитова китапхана уҡыусыларына һәм ҡунаҡтарына теген машинаһында эшләп күрһәтә. Эш ҡоралы менән файҙаланыу буйынса инструкция үткәрә: епте нисек дөрөҫ ҡуйырға, ниндәй туҡымаға ниндәй энә һәм еп тура килә--ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табалар.
Башта оҫтабикә туҡымаларға сәскәләр һәм япраҡтар эшләп күрһәтә, һуңынан үҙҙәренә тегергә мөмкинлек бирә.