Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
7 Октябрь 2025, 11:55

Атаңғолон ташламай, Төркмәнен ҙурлай

Бөткән һәм бәләкәйләнеп ҡалған ауылдар--беҙҙең тарих, үткәнебеҙ. Ирәндектең көнсығыш битендә теҙелеп ултырған ауылдар араһында, үкенескә күрә, Ғәҙелша һәм Моҫтай бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Заманында ошо ике ауыл төбәктә иң ҙурҙары булған. Бәләкәй генә булып ҡалған Атаңғол, Абҙаҡ, Туҡтағол, Иҫәнбәт иһә тыуған яғын ихлас яратыусы кешеләр арҡаһында йәшәп килә. Ошо ауылдарҙа юл насар, магазин, мәктәп булмауына ҡарамаҫтан, йәштәр өй һала, нигеҙ ҡора, туған нигеҙҙәрен тергеҙә. Шундайҙарҙың береһе Зөлҡәрнәев Вилюр Зиннур улы. Әлеге көндә Атаңғол ауылында өй тотоп, йәй көндәре матур тәбиғәт ҡосағында йәйләп ял итеү урыны булдырып йәшәүселәрҙең береһе. Ҡатыны Гөлнара менән икеһе лә эшкә маһир, әрһеҙҙәр. Шуныһы ҡыуаныслы, Атаңғол ауылы, бөтөп барған еренән яңы һулыш алып, ауылдаштарҙың ғына түгел, ситтән килгән ҡунаҡтарҙың, туристарҙың да яратып ял итеп, ҡымыҙ менән һыйланып, һаулыҡтарын нығытыр урынға әүерелеп бара Төрлө яҡтарҙан килгән кешеләр алдында ауылдың исеме менән алтаҡта булмауы Вилюр Зиннур улын уйға һала һәм ул ауыл исемен яҙып, иретеп йәбештереп тә ҡуя.

Атаңғолон ташламай, Төркмәнен ҙурлай
Атаңғолон ташламай, Төркмәнен ҙурлай

 Зөлҡәрнәев Вилюр Зиннур улының әсәһе Ғәлиә апай сығышы менән Абҙаҡ ауылынан Ғазин Ибраһимдың ҡыҙы. Еҙнәйебеҙ Зиннур Шәрифулла улы һәм Ғалиә апайыбыҙҙың ғаиләһендә Икенсе Төркмән ауылында тыуып үҫкән егет ул. Әлеге көндә Атаңғол ауылында өй тотоп, йәй көндәре матур тәбиғәт ҡосағында йәйләп ял итеү урыны булдырып йәшәүселәрҙең береһе. Ҡатыны Гөлнара менән икеһе лә эшкә маһир, әрһеҙҙәр. Шуныһы ҡыуаныслы, Атаңғол ауылы, бөтөп барған еренән яңы һулыш алып, ауылдаштарҙың ғына түгел, ситтән килгән ҡунаҡтарҙың, туристарҙың да яратып ял итеп, ҡымыҙ менән һыйланып, һаулыҡтарын нығытыр урынға әүерелеп бара Төрлө яҡтарҙан килгән кешеләр алдында ауылдың исеме менән алтаҡта булмауы Вилюр Зиннур улын уйға һала һәм ул ауыл исемен яҙып, иретеп йәбештереп тә ҡуя.

Эшкә тилбер Вилюр менән һөйләшеп торғанымды ул үҙенең тыуған ауылы Икенсе Төркмәнгә лә шундай уҡ алтаҡта эшләйәсәге тураһында әйткәйне. Күп ваҡыт та үтмәне, уңған егет үҙ һүҙендә тороуын эш менән иҫбатлап та ҡуйҙы. «Әйткән һүҙ--атҡан уҡ» тигән әйтем нәҡ уға тап килә лә инде. Вилюрҙең башланғысын күтәреп алған Икенсе Төркмән ауылы халҡына, уға ярҙам иткән ир-егеттәргә ҙур рәхмәтен еткерә. Матди сығымдарҙы ауыл халҡы аҡса йыйып күтәреп сыҡҡан. Вилюр Зиннур улы Зөлҡәрнәевҡа, уның хәләл ефете Гөлнара ханыма, тыуған яғын, ауылын ысын йөрәктән яратҡан яҡташтарыма һаулыҡ, ғаилә бәхете теләп ҡалам.

Дилара Ғазина-Йәнекәйева.

Баймаҡ районы.

Әхмәр ауылы.

Атаңғолон ташламай, Төркмәнен ҙурлай
Атаңғолон ташламай, Төркмәнен ҙурлай
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас