Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
2 Апрель 2025, 12:25

Аш-һыуҙы бөтә күңелен биреп бешерә

Тәмле-татлы бәлештәрҙе тик Юлиә Ишемғолованан заказға бешертәм. Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа-ҡулың тый, тигән кеүек, ундай хеҙмәт күрһәтеүсе барҙа, үҙеңә мәшәҡәтләнергә лә кәрәкмәй. Аш-һыу әҙерләү оҫтаһы ул--Юлиә Дамир ҡыҙы Ишемғолова. Ул профессиналь ашнаҡсы. Әлеге көндә Сибай институтының туҡланыу производствоһы бүлеге мөдире. Унан алда Сибай төҙөлөш һәмсервис колледжында уҡытыу производствоһы мастеры булып эшләгән. Ә уға ҡәҙәр ул ҡаланың төрлө предприятелары ашханаларында тәмле аштар бешереп, эшселәрҙе ашатҡан. Һатыуға бәлеш, булочкаларҙы, ит ризыҡтарын ул эштән һуң бешерә.

Аш-һыуҙы бөтә күңелен биреп бешерә
Аш-һыуҙы бөтә күңелен биреп бешерә

-Бала ваҡытта ашнаҡсыға уҡырға кәрәк икәнен дә белмәнем. Ҡыҙҙар бит бәләкәй генә сағынан әсәйҙәренән күреп бешерергә өйрәнә,--тип йылмая Юлиә Дамир ҡыҙы.-Беҙ өс ҡыҙ үҫтек. Әсәйем өсөбөҙҙө лә аш-һыу әҙерләргә кес кенәнән өйрәтте.

Юлиә Баймаҡ районының Казанка ауылында тыуып үҫә. Атаһы Дамир ауыл хужалығында идарасы, әсәһе Рәсимә һауынсы булып эшләй. Өс ҡыҙ араһында уртансы булған Юлиә бәләкәйҙән шуҡлығы, етеҙлеге менән башҡаларҙан айырылып тора. 1988 йылда уларҙың ғаиләһе Сибай ҡалаһының Таулы ҡасабаһына күсенә. Өс ҡыҙҙары ла 5-се мәктәптә уҡып, белем ала. Юлиә урта белем алғас юғары уҡыу йортона тәүге йыл инә алмай, шуға ла ваҡыт әрәм итмәйем тип Баймаҡ һөнәрселек училищеһына юллана. Үҙе парикмахер булырға теләһә лә, ата-әсәһе уға ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерергә кәрәклеген әйтә. Уларҙың һүҙен йыҡмайым тип кенә ҡыҙ риза була. Училищены тик бишлегә генә тамамлап, ситтән тороп Өфө механика-технология колледжының икмәк бешереү, макарон һәм кондитер производствоһы технологияһы бүлеген тамамлай. Баштан ынтылған юғары белемен дә ала: Сибай инстиутында технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетында технология уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә.

Хеҙмәт юлын Юлиә Дамир ҡыҙы 1998 йылда рудниктың 1-се ашханаһында һауыт-һаба йыуыусы булып башлай. Артабан «Юбилейный» ятҡылығы асылғас, шунда ашханаға эшкә бара. Төлкө «Ҡамаған» ятҡылығында буфетсы булып эшләгәндә карьер төбөндә эшләүселәргә тамаҡты ҡеүәтле БелАз автомобиленә ултырып төшөрә.

-Урау-урау юл үткәндә ҙур техника бына-бына ҡабырғаһына ятыр кеүек тойола торғайны,--тип һөйләй ашнаҡсы, эшенең ауыр яҡтарын күрһәтеп. 2 йылдан мине тағы «Юбилейный» ятҡылығына күсерҙеләр. Шунда ирем Вәли Мирзайән улы Ишемғолов менән танышып, ғаилә ҡорҙоҡ.

Ишемғоловтарҙың бына тигән ике улы бар. Юнирҙәре Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжын тамамлап, эшләп йөрөй. Элмирҙарына 16 йәш. Ире вахта ысулы менән эшләй. Бәләкәй малай үҫә төшөп декрет ялы бөткәс, Юлиә Дамир ҡыҙы Байыҡтырыусылар фабрикаһы биләмәһендәге 7-се ашханаға өлкән ашнаҡсы булып эшкә сыға. Унда тырыш хеҙмәте төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән баһалана. Бер мәл ул эшен үҙгәртеп, яңы асылған супермаркетҡа һатыусы булып бара. Әммә күңеле был өлкә күңеленә бөтөнләй ятмауын аңлағас, кире ашханаға әйләнеп ҡайта һәм ит цехында эшләй, документация алып бара.

-Ашнаҡсы эшенең ҡарап тороуға ғына еңел: кешеләр ваҡытында ашаһын өсөн таңдан йөрөп эшкә барырға кәрәк. Көнө буйы аяғөҫтө тороу, ҙур-ҙур кәстрүлдәр күтәреү, эҫе плитә эргәһендә эшләү шул тиклем хәлде ала, хәлде генә түгел һаулыҡты бөтөрә. Шулай ҙа эшемде ныҡ яратам, аш-һыу әҙерләүгә бөтә күңелемде һалам. Ваҡытында атай-әсәйемде тыңлағанға, был өлкәлә белемемде камиллаштырыуыма һөйөнөп бөтә алмайым,--тип ҡыуана Юлиә Ишемғолова.

Юлиә Дамир ҡыҙы ирен, улдарын, туғандарын тәмлекәстәр менән һыйларға ярата. Ул ризыҡты тәмле бешереп кенә ҡалмай, матур итеп, ымһындырғыс, ылыҡтырғыс итеп биҙәй ҙә. Уның оҫталығын белгәндәр туйҙарға, юбилейҙарға, ҡунаҡтарға, аяттарға төрлө ит, балыҡ ризыҡтары ла бешертә. Ә бәлештәре, ҡамыр, ит, балыҡ ризыҡтары инде телеңде йоторлоҡ тәмле була. Заман менән бергә атлаусы оҫтабикә аш-һыуҙың төрлөһөн бешереп, ҡулланыусыларын ҡыуандыра. Ураҙа мәлендә иһә ташламалар яһауы ла уның хеҙмәтенән өҫтөнлөк биреүселәрҙе арттырған.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас