
ҡасабаның Рәшит Ниғмәти урамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балалар майҙансығы ҡалҡып сыҡты. Йәмәғәт урынын төҙөкләндереүгә Аҡъяр ауылы Советы депутаты Евгений Иманов һәм «Аҡъярводстрой» йәмғиәте эшселәре ҙур тырышлыҡ һалған.
✅-Элек буш ятҡан урында әүһәләк, таусыҡтар урынлаштырылып, тренажерҙар ҡуйылып, йылға ҡомо түшәлеп, бынамын тигән балалар майҙансығы барлыҡҡа килде. Бәләкәстәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә йәй буйы шунда рәхәтләнеп уйнаны,--ти йәмәғәт фекере лидеры Ырыҫбикә Аллағолова, бағыусыларға ҙур рәхмәт әйтеп.-Ата-әсәләр хәҙер урамға уйнарға сыҡҡан балаһы өсөн тыныс. Элек ҡайҙа барып һуҡлығырға белмәй йөрөһәләр, әле майҙансыҡта шат тауыштар тынмай. Хатта күрше урамдарҙан да балалар килеп уйнай.