Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
29 Август , 15:40

Ҡул эштәре күҙҙең яуын ала

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы Биктимероваға ҡарап, 75 йәштә лә шулай әүҙем тормош алып барып була икән, тип һоҡланаһың. Эшлекле ханым һәр минутын файҙалы итеп уҙғара: күңел тыныслығы, тормошона, балаларына иман, ҡот-бәрәкәт, именлек теләп доғалар уҡыр өсөн мәсеткә йөрөһә, мәҙәниәткә һөйөүе  «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбленә ҡушылырға дәртләндерә. Ҡул эштәре менән дә ихлас шөғөлләнә ул.

Ҡул эштәре күҙҙең яуын ала
Ҡул эштәре күҙҙең яуын ала
 

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы Биктимероваға ҡарап, 75 йәштә лә шулай әүҙем тормош алып барып була икән, тип һоҡланаһың. Эшлекле ханым һәр минутын файҙалы итеп уҙғара: күңел тыныслығы, тормошона, балаларына иман, ҡот-бәрәкәт, именлек теләп доғалар уҡыр өсөн мәсеткә йөрөһә, мәҙәниәткә һөйөүе  «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбленә ҡушылырға дәртләндерә. Ҡул эштәре менән дә ихлас шөғөлләнә ул.

–  Бынан 14 йыл элек, өлкәнәйгән әсәйемде ҡарайым тип, Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан Сибайға күсеп килдек. Ул ваҡытта Сибай  полицияһында эшләгән өлкән ҡыҙым Яҙгөл барыбыҙҙы ла таусылар төйәгенә йыйҙы, – тип һүҙен башланы Зәйтүнә Биктимерова, нисек ҡала ҡатын-ҡыҙына әүерелеп китеүен бәйән итеп. – Бәхетле ғүмер өсөн Аллаһҡа мең-мең рәхмәтлемен, сөнки минең өсөн өҙөлөп торған өс ҡыҙым, кейәүҙәрем, дүрт ейән-ейәнсәрем, бер бүләм, туғандарым, яҡындарым бар. Уларҙың һәр береһе Урал аръяғы ҡала һәм ауылдарында гөрләтеп донъя көтә.  70 йәшемә ҡәҙәр әсәйле булыуым да – оло бәхет.

Ысынлап та, тормош ауырлыҡтарын лайыҡлы үткәрә белгән әсәһе Фатима Фәтхулла ҡыҙы уға һәр ваҡыт яҡты маяҡ була. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында ишле Иҫәндәүләтовтар ғаиләһендә тыуа Зәйтүнә апай. Атаһы Зиннур Мотал улы, Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып, тәненән дошман снарядының тимер ярсығын да алдырмай, тыуған яҡтарына ашҡынып ҡайта. Туғыҙ балаға ғүмер биреп, 44 кенә йәшендә гүр эйәһе була. 37 йәшендә бер итәк балалар менән тол ҡалған әсәһе ғәзиздәрен ел-ямғыр тейгеҙмәй үҫтерә. Барыһын да уҡыта. Ҡул эштәренә оҫта булыуы ауыр мәлдәрҙә ярҙам итә. Ҡыҙы Зәйтүнәгә лә уның тап ошо сифаттары хас. Һәр яҡтан килгән Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы, Сибай педагогия училищеһын тамамлап, тыуған ауылы мәктәбендә башланғыс синыф балаларын уҡыта. Ике өй аша ғына йәшәгән, үҙе кеүек уҡытыусы егет Һөйөндөк Биктимеровҡа кейәүгә сыға, бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. Көмөш туйҙарын билдәләргә йыйынғанда ғаилә башлығын инсульт аяҡтан йыға, ул 48 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Әсәһе өлгөһөндә сыныҡҡан ҡатын яҙмыш һынауҙарына бирешмәй. Ҡасандыр белем алған педагогия училищеһында өҫтәп хеҙмәт уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә һәм балаларға хеҙмәт, рәсем, һыҙма буйынса һабаҡ бирә башлай. Мәктәптә айырым технология кабинеты булдыра, уҡыусылары менән район, республика кимәлендә ойошторолған конкурс-ярыштарҙа ҡатнаша. Өлкән уҡытыусы ауылда депутат, суд ултырышсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, агитатор, политинформатор, комсорг, профком рәйесе, музей етәксеһе лә була.

–  Әсәйем мәрхүмә 92 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Үҙе тороп йөрөй алмаһа ла, бөгөн һин ансамблгә, иртәгә китапханаға бараһың, тип иҫкәртә ине. Кистәрен уның менән бәйләм, ҡул эштәре менән булыша торғайныҡ, – тип иҫкә ала әсәһен оҫта.

Оҙаҡ йылдар селтәр, ҡашмау, хәситә кеүек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен эшләү менән мауыға ул. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы үткәр­гән бер бәйгенән дә ситтә ҡалмай. «Таҡыя нағышы» ир-аттың заманса баш кейеме номинацияһында еңә, тағы бер нисәһендә алдынғы урын яулай.  Быйыл быйма байрамында, быйманы иң матур биҙәүсе булараҡ, беренсе урын алған. Билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина ойошторған «Сәсмәүерем-селтәрем» төбәк конкурсында стил­ләштерелгән селтәрҙәре менән Гран-приға лайыҡ булған. 2020 йылда үткән Бөтә донъя фольклориадаһында «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбле менән уңышлы сығыш яһаған. Улар «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивалендә лә Гран-при яулаған. Сибайҙа милли кейемдәр фестивалендә лә ҡатнаша ул. «Тәҡүә» мәсетендә мөслимәләр араһында үткән  «Шаяндар һәм тапҡыр­ҙар» клубында отҡорлоҡ, таһыллыҡ күрһәтеп, абруй ҡаҙана.

Заман менән бергә атларға күнеккән ағинәй компьютер, гаджеттар менән дә еңел эш итә. Һуңғы арала Зәйтүнә Биктимерова аҫалы, буй балаҫ һуғыу менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Баймаҡ районының Темәс ауылынан балаҫ һуғыу оҫтаһы Мөнирә Яхинанан, Өфөнән Сәжиҙә Мул­лағолованан онлайн дәрестәр алып, уның серҙәренә төшөнә. «Бәйләнештә» селтәре аша Учалы оҫтаһы Азат Ғарипов менән танышып, унан аяҡ менән балаҫ һуғыу станогын эшләтеп алған. Мәләүез оҫтаһы Таштимеров ҡул станогы яһап биргән.

– Аҫалап балаҫ һуғыу – башҡортта иң ҡотло, файҙалы, зауыҡлы һөнәр­мәнлек күренеше. Башҡорт халҡының егәрле һәм бөтмөр булмышын сағыл­дырған был кәсеп бөгөн дә күп оҫта­ларҙы ҡыҙыҡтыра. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы – аҫалы балаҫ – борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе, – ти Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы, үҙе балаҫ һуғып та күр­һәтә. – Ошо минуттарҙа Хәкимә ҡартәсәйем (беҙҙеңсә – зәзәй) иҫемә төшә. Ул да ҡул эштәренә бик маһир, иманлы, диндар кеше ине. Эргә-тирәлә билдәле бағымсы, имсе, кендек инәһе булараҡ та белделәр үҙен. Мине гел эйәртеп алып йөрөнө. Коммунист атайым, баланы боҙоп бөтәһең инде, тиеүенә лә иғтибар итмәне – күп нәмәгә өйрәтте.

Ҡартәсәһе һабаҡтарын Зәйтүнә Биктимерова балалары, ейәндәре күңеленә һалырға тырыша. Сибайға килгәс, ул  «Тәҡүә» мәсетендә                 Ислам дине нигеҙҙәрен һәм ғәрәп телендә Ҡөрьән-Кәримде уҡырға өйрәнеп танытма ала.

«1972 йылғы баш балам Яҙгөл Хоҙайғолова, отставкалағы юстиция подполковнигы, Өфө эргәһендә йәшәй.  Илдар кейәүебеҙ алғы һыҙыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уралиә ейәнсәрем Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, Илеш егете Айнурға кейәүгә сыҡты. Рифат исемле ул үҫтерәләр. Йәштәр Себер тарафтарында төпләнде», – ти бәхетле өләсәй.

Икенсе балаһы – Гөлшат Һөйөндөк ҡыҙы һөнәре буйынса – иҡтисадсы. Ошоғаса ул ҡаланың «Ирәндек» боҙ һарайында, «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында, ә әлеге ваҡытта Мурманск ҡалаһында эшләй.

Кинйәкәйе Розалия Һөйөндөк ҡыҙы Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында технологиянан дәрес бирә. Ире Илнур Йосопов та ошо белем усағында физкультуранан уҡыта.    Йосоповтар өс бала тәрбиәләй: өлкәндәре Батыр – Өфө нефть техник университеты студенты, Нурания – башҡорт лицейында 9-сы класта, ә Дамир 2-се класта уҡый.

– Ейәндәремде ҡарашам. Өләсәй, тәмле нимә бешерҙең, тип йүгереп киләләр. Дамирыбыҙ иманлы ғына булып үҫеп килә. Дин менән ҡыҙыҡһына,  күп уйлана, – ти өләсәй.

Элекке уҡытыусы тарих менән дә ҡыҙыҡһына. Ҡайныһының атаһы – ҡарт ҡайныһы – Зәки Вәлидиҙең арҡадашы, сәсән телле, оратор Хәсән Биктимеров тураһында күп мәғлүмәт йыйған.  

Һәм, әлбиттә, сәскә, баҡса үҫтереү – Зәйтүнә Зиннур ҡыҙының яратҡан шөғөлдәренең береһе. Ҙур ғына биләмәлә – өйө, мунсаһы булған баҡса­һында яҙҙан эшкә егелә. Үҫтергәнен эшкәртә: тоҙлай, ҡайната, туңдыра. Фатирының тәҙрә төптәре лә гөлдәрҙең төрлөһө менән күҙҙең яуын ала.

Ишбирҙеләге өйөн дә һатмаған, балалары ла ата нигеҙен һағына. Юл төшкәндә унда бергәләп ял итәләр, ҡала тормошонан арынып, тыуған ерҙең иҫ киткес хозур тәбиғәтенән көс-дәрт, ҡеүәт алып ҡайталар.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: