Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
28 Декабрь 2023, 15:50

Яңы йыл күстәнәсе

Сибайҙар махсус хәрби операциялағы яҡташтарға сираттағы гуманитар ылау оҙатты. Ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары Сибай институты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә яугирҙәргә тыуған яҡ күстәнәсе--ҡаҙы эшләп ебәрергә ҡарар итте. Уны эшләү өсөн уңған хужабикәләргә 50 килограмдан ашыу йылҡы итен Әбйәлил районының крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рамил Юлдыбаев биргән. Һимеҙ генә ҡабырға итенән ҡатын-ҡыҙҙар Сибай институтының туҡланыу бүлегендә 25 ҡаҙы тултырған. Бынан тыш, юғары уҡыу йортоноң туҡланыу блогы ашнаҡсылары ҡаҙынан артып ҡалған иттән тушенкалар ҙа япҡан.

Яңы йыл күстәнәсе
Яңы йыл күстәнәсе

-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы хәстәрләү һәм кемдең изге бурысы. Милли ризыҡты эшләп бөткәс тә туңдырҙыҡ һәм алғы һыҙыҡҡа киткән ылауға тейәнек. Яңы йыл күстәнәсебеҙ тыуған яҡ сәләмен, тәмен алып барып еткерһен,--ти ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Сәжидә Ғәниева.-Йылҡы ите бик туҡлыҡлы, уны ашаған кеше өшөмәй тиҙәр. Беҙҙең халыҡ бит итһеҙ тора алмай, көс-ғәйрәтте лә бит ирҙәр иттән ала. Яугирҙәребеҙ имен-һау булһын, дошманды еңеп ҡайтһын, ныҡ булһындар, тип изге теләктәр теләп башҡарҙыҡ эште. Ҡаҙы ла, тушенкалар ҙа ризыҡҡа яҙһын!

Әйткәндәй, сираттағы гуманитар ярҙамды сибайҙар ай ярым дауамында йыйҙы. Посылкаларға тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлектән тыш, күберәк йылы әйберҙәр, ир-егеттәр һораған кәрәкле материалдар, ҡоролмалар һалынды.

Әйткәндәй, яҡташтарға һәр кем күстәнәс, әйберҙәр ебәрә ала. Посылкаларҙы Сибай ҡала хакимиәтенә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгенә, “Тиҫтер” клубында эшләгән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына алып барырға мөмкин.

Яңы йыл күстәнәсе
Яңы йыл күстәнәсе
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: