Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
22 Июнь 2023, 12:50

Аттың даны егет ҡулында

Хәйбулла районының Степной ауылынан Айгиз Тазетдиновтың “Алан” ҡушаматлы аты һабантуйҙарҙағы сабыштарҙа ла, башҡа бәйгеләрҙә лә һынатмай. Әле улар икәүләшеп 11–13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙасаҡ икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә ең һыҙғанып әҙерләнә.

Аттың даны егет ҡулында
Аттың даны егет ҡулында

Хәйбулла районының Степной ауылынан Илгиз Тазетдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығының эшмәкәрлеге тураһында даими яҡтыртып торабыҙ. Был юлы беҙ фермерҙың бәйгеләрҙә берәүгә алдынғылыҡты бирмәгән улы Айгиз һәм уның еңеүҙәргә илткән “Алан” ҡушаматлы аты хаҡында яҙмаҡсыбыҙ.

–Өс йәшлек «Алан»ды атайым 2021 йылдың башында Учалы районында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермерҙан һатып алды. Степнойға алып ҡайтҡас та уны менгегә өйрәтә башланым. Ат өйрәтеү еңел эш түгел: ирекле йөрөп өйрәнгән «Алан»дың холҡо башта бик ауыр ине, шуға ла уртаҡ тел табыу ауыр булды. Яратып, һөйөп, даими бағып, бер ай тирәһе ваҡыт үткәс, ул, наһайәт, менгегә өйрәнде. Шул уҡ йылдың йәйендә «Алан»ды «Терра Башҡортостан» турнирына әҙерләй башланым. Был ул ҡатнашҡан тәүге ярыш булыуына ҡарамаҫтан, уның менән 1-се урын алыуым ҙур еңеү булды. 2022 йылда «Терра Башҡортостан» турнирының өс этабында ла алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәнек,--тип, аты хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне Айгиз.

Айгиздың “Алан”ы һабантуйҙарҙағы сабыштарҙа ла, башҡа бәйгеләрҙә лә һынатмай. Быйыл ул шулай уҡ район үҙәгендә һабан байрамы сиктәрендә үткән ат сабышында беренсе килгән. Шулай уҡ Әбйәлил районында уҙған Урал аръяғы инвестицион һабантуйында, Хәйбулла районы һабантуйында уның менән бергә “Ылаҡ” уйынында ҡатнашҡан. Аҡъярҙа уҙған “Ҡышҡы уйындар” сиктәрендә ойошторолған ат сабыштарында «Алан» менән Айгиз былтыр 1-се, ә быйыл иһә 2-се булып финиш һыҙығын үткән. Уҙған йылдың июлендә Баймаҡ районында уҙған 1-се «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашып, башҡорт тоҡомло аттарҙың күргәҙмәһендә «Алан» 1-се урынға лайыҡ булған.

Айгиз Тазетдинов быйылғы фестивалдән дә ситтә ҡалырға уйламай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 11–13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙғарыла.

-Бөгөнгө көндә башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙәге проблемаларҙың береһе--уларҙың аҙ файҙаланылыуы. Башҡа тоҡомдар араһында юғалып барыу сигендә. Ошоға бәйле башҡорт тоҡомло аттарҙы мәҙәни, белем биреү сараларына киң йәлеп итеү, ауыл хужалығында, туризм өлкәһендә ҡулланыу мөһим мәсьәлә булып ҡала. Әлбиттә, аттарҙы ҡымыҙ һәм йылҡы ите сығанағы итеп кенә ҡарарға ярамай, йылҡысылыҡ менән бер рәттән ат спорты ла үҫешергә тейеш. Был йәһәттән район һабантуйында башҡорт тоҡомло аттар араһында айырым сабыштар, «Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының муниципаль этабы уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә,--ти сараны ойоштороусылар.

«Башҡорт аты» фестивалендә һәм «Терра Башҡортостан» турнирына әленән үк етди әҙерләнә башлаған Айгиз Тазетдиновтың һәм уның «Алан» ҡушаматлы саптарының бәйгелә һынатмаҫына ныҡлы ышанабыҙ.

Аттың даны егет ҡулында
Аттың даны егет ҡулында
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: