Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
25 Май 2023, 08:35

АҠ МАЙ, ҺАРЫ МАЙ, СӘЙҒӘФӘРҘӘР АРЫМАЙ

Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылының матур тәбиғәте ҡосағында - алмағастар үҫкән туғайында матур сара үткән.

АҠ МАЙ, ҺАРЫ МАЙ, СӘЙҒӘФӘРҘӘР АРЫМАЙ
АҠ МАЙ, ҺАРЫ МАЙ, СӘЙҒӘФӘРҘӘР АРЫМАЙ

--Йәмле Һаҡмар буйында "Алмалыҡ" төбәгендә бөгөн Сәйғәфәр ауылының бренды булған "Аҡ май, һары май" байрамы бик матур үтте. Аҡ майҙы "күбек майы" тип тә йөрөтәләр.

Ҡунаҡҡа Аҡморон һәм Аҡтау ауылының ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары саҡырылған ине. Байрамдың төп маҡсаты аҡ майҙы бешеү серҙәре менән уртаҡлашыу булды. Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға, аш-һыуға өҫтөнлөк артҡандан - арта бара. Аҡ май бешкән Алсынбаева Тәнзилә еңгәй бик ентекле итеп аңлатып, күнәсектә бешеп күрһәтте, Мөхәммәтдинова Гөлнур апай заманса, өс литрлыҡ банкала аҡ майҙы бешеү серҙәрен өйрәтте. Килгән ҡунаҡтар аҡ майҙы, айранын тәмләп ҡараны. Аралбаева Динә май айының һап-һары майын бешеү серҙәре менән бүлеште. Собханғолова Әнүзә апай ҡышҡылыҡҡа һары майҙы иретеп тә ҡуйған, уның оҙаҡ йылдар тәмле тәмен юғалтмай һаҡланыуы тураһында бәйән итте.
Аҡ майҙын файҙаһы тураһында мәғлүмәт еткерҙеләр, һары майҙыңда бик күп файҙаһы тураһында белдек. Ҡунаҡҡа килгән Фәриғә апай һары майҙың үҙ тәжрибәһедә ҡулланып уның бик файҙалы май булыуына инанғанын һөйләп ишеттерҙе. Байрамда балалар йомаҡ ҡойҙо, йырланы, бейене. Фирҙәүес Мырҙабулатованың ошо май байрамына тәғәйен генә яҙған шиғырҙары байрамға йәм өҫтәне. Ошо сараны үткәрергә ҙур көс һалған "Хазина" фольклор төркөмө ҡатын-ҡыҙҙарына, ағинәй Нурзилә апай Ғәлинаға, техника менән ярҙам иткән ауылыбыҙ старостаһы Юныс ағай Уйылдановҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ныҡлы һаулыҡ, донъялар именлеге теләйем,--тип яҙа социаль селтәрҙә клуб мөдире.

 

Афарин, сәйғәфәрҙәр!

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: