Билдәле булыуынса, кешенең ғүмере һәм һаулығында туҡланған аҙыҡ-түлеге, ашау рәүеше ҙур роль уйнай. Һуңғы ваҡытта халыҡтың экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибары арта.
Бигерәк тә һөт ризығына, хәләл иткә, милли аш-һыуға өҫтөнлөк биреүҙәре ҡыуаныслы. Әлеге "Тәмле" конкурс-күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар тамашасы өсөн бай аҙыҡ ассортименты тәҡдим итте. Башҡорт халҡыныҡынан тыш, бында башҡа милләттәрҙең ризыҡтары ла урын алғайны. Үзбәк һәм тажиктың былауы, әрмән ләүәше булһынмы, үҙебеҙҙең милли ризыҡтар - талҡан, ҡаҙы, ҡорот тиһеңме, ҡомалаҡлы икмәкме - барыһы ла баһалама ағзаларын һоҡландырҙы.
Сара аҙағында теләгән һәр кем тәмле һәм сифатлы ризыҡтар һатып алды, уларҙы әҙерләү серҙәре менән танышты. Сараны Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре юғары кимәлдә ойошторҙо һәм алып барҙы. Сара тураһында тулы мәҡәләне тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.