Сал тарихлы Юлдыбай ауылында әүҙем, эшһөйәр, ихлас ябай кешеләр бихисап. Тап шундайҙарҙың береһе - Ғиндуллин Радик Сәмиғулла улы.
Абруйлы ғаилә башлығы, ҡатыны хаҡлы ялдағы педагог Зифа Динислам ҡыҙы менән ике ул үҫтереп, хәҙер ейәнсәрҙәренә ҡыуанып ғүмер ебен һүтәләр.
Ауылыбыҙ кимәлендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, дәртле, йор һүҙле, йыр - моңға ғашиҡ кеше ул Радик ағай! Ауылыбыҙҙың сәхнә түренән төшмәй, өҙҙөрөп гармунда уйнай, йырлай, төрлө музыкаль конкурстарҙа ҡатнаша.
Тәбиғәтте үҙ иткән, бар ергә өлгөргән ағайҙың тағы ла бик яратып башҡарған шөғөлө бар. Ул хужалыҡта бик кәрәкле әйбер - селек һеперткеһе һәм мунсаға миңлек әҙерләй. Уларҙы ихлас күңелдән, сифатлы, матур, ҡупшы итеп бәйләй. Ауыл халҡы яратып һатып ала, рәхмәттәр әйтеп ҡуллана. Кемдәр эҫе мунсала ҡайын, юкә, имән ағастарының хуш еҫле япраҡтары менән сабынырга ярата- рәхим итегеҙ!
Радик ағай күптән инде айыҡ тормош алып бара, дин юлында. Ул- Юлдыбай ауыл мәсетенең мөәзине, унда үткәрелгән барлыҡ эштәрҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
Радик ағайға, ғаиләһенә иман байлығы, рух ныҡлығы, оҙон бәхетле ғибәҙәтле ғүмер насип булһын!