Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
2 Декабрь 2022, 11:20

ОҪТА ҠУЛЛЫ АҒИНӘЙ

Йылайыр районы Байғужа ауылында йәшәүсе Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙы Мырҙагилдина ҡартәсәһенекенә оҡшаған боронғо күлдәкте теккән

ОҪТА ҠУЛЛЫ АҒИНӘЙ
ОҪТА ҠУЛЛЫ АҒИНӘЙ

Беҙҙең, журналистарҙың, эше шуныһы менән күңелле: барған ер һайын ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле кешеләр менән танышабыҙ, яңылыҡтар ишетәбеҙ. Йылайыр районы Сидоровка ауылында үткән күркәм сараға барғанда Байғужа ауылынан килгән Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙын осраттыҡ. Уның бик боронғо күлдәктәрҙе тергеҙеп тегеүен ишеткәс, яҡындан танышмайынса булдыра алманыҡ.
Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙы Мырҙагилдина 1948 йылдың 1 ғинуарында Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында тыуған. Бынан 51 йыл элек Йыла-йыр еренә килен булып төшә ул. Ире Рәшит Дәүләткилде улы ла, үҙе лә ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләйҙәр. Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙы 35 йыл буйына башланғыс кластарҙы уҡыта. Әле хаҡлы ялда булһа ла тәрбиә эшенән ситләшмәгән. Ауылда ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы ул. Ул үҙенең ҡорҙаштары менән йәштәргә йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәтеп, аҡыллы кәңәштәр биреп, тормошто яратып йәшәргә өндәп кенә ҡалмай, белгәндәре менән уртаҡлаша ла. Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙы тегеүгә, сигеүгә, бәйләүгә, кейеҙ баҫыуға оҫта. Һарауыс, таҫтарҙарҙы ла үҙе сигеп ала. Һыпайтма күлдәкте лә үҙе теккән.
—Ҡартәсәйем Мәҙинә Ҡорбанғәле ҡыҙы 1884 йылғы. Ул бик оҫта тегенсе булды, тун, толоптарға тиклем үҙе текте, тире эшкәртте. Ул 1978 йылға тиклем йәшәне. Тик ниңәлер ваҡытында иғтибар итмәгәнмен, янына барып өйрәнмәгәнмен. Әсәйем дә күлдәктәр тегә ине. Уларға ҡарап мин дә ҡурсаҡтарыма кейем тегеп ултырҙым. Олағая килә уларсараҡ эшләге килә. Шуға ҡартәсәйемдең күлдәген иҫләп, шуныңса һыпайтма күлдәк тектем. Ул ҡырҡындыһыҙ, туҡыманы исрафламай ғына тегелә. Түш тирәһен бөкләп-бөкләп алаһың, иҙеүе алдан, алмиҙеү таҫманан эшләнә. Тәңкәләр менән биҙәйһең. Еңе иркен була,—тип аңлатма бирә һыпайтма күлдәккә ағинәй.
Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙы камзул-күлдәктәр генә тегеп ҡалмай, селтәр, ҡашмауҙар эшләй, уларҙы ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙәренә бүләк итә. Байғужа ауылында 4 инәй берләшеп «Шишмәләр» (етәкселәре З.Х.Солтанова) тигән ҡор булдырғандар. Бергәләшеп боронғоса ла, заманса ла итеп кейеҙ баҫалар, уларҙы күргәҙмәләргә алып йөрөйҙәр.
Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙы—өс ҡыҙ әсәһе лә. Улар ата-әсә юлын һайлап, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Рима Балтас районында математиканан уҡыта, Зөлфиә Матрай приютында психолог, Лена Юлдыбай мәктәбендә инглиз теленән дәрес бирә. Улар Шәмсикамал инәйгә өс ейән, өс ейәнсәр бүләк иткән. Тимәк, Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙының оҫталығын отоп алыр, киләһе быуынға еткерер кешеләр бар.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: