Баймаҡ районы Шүлкә ауылы китапханаһында матур сара үткән.
--"Андыҙ барҙа-ат үлмәҫ, ирәүән барҙа - ир үлмәҫ!" Тап ошондай исем аҫтында шифалы үләндәр тураһында китапхана сәғәте ойошторолдо. Сараға килеүселәр беҙҙең аяҡ аҫтында тапап йөрөгән, сүп үләне тип йолҡоп ташлаған бик күп үләндәрҙең беҙгә ниндәй шифа килтереүе тураһында мәғлүмәт тыңланы. Артабан һәр кем үҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән үләндәрен күрһәтеп, уларҙан ниндәй дауа эшләүҙәрен һөйләнеләр, киптерелгән үләндәре менән алыштылар. Зөһрә Динислам ҡыҙы үҙе йәй көнө әҙерләгән ҡарағай тубырсығы һутынан тәмләтте. Шулай уҡ сараға килеүселәргә әлморон һуты ла хуш килде. Артабан шифалы үләндәр тураһында йомаҡтар сисергә, мәҡәлдәрҙе дауам итеп әйтергә тәҡдим ителде. Сара йәнле һәм ойошҡанлы үтте,--ти ауыл китапханасыһы.