АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
5 Август 2022, 10:10

ТЕМӘСТӘР СЕЛТӘР ЭШЛӘЙ

«Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Йәмилә Баязитова ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.

ТЕМӘСТӘР СЕЛТӘР ЭШЛӘЙ
ТЕМӘСТӘР СЕЛТӘР ЭШЛӘЙ

Оҫта ҡуллы ханым Йәмилә Баязитова хаҡында беҙ мәҡәлә яҙғайныҡ инде. Ул «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәгендә эшләй һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, үҙе белгәндәре менән уртаҡлаша. Был юлы ул күп балалы йәш әсәйҙәргә стилләштерелгән селтәр эшләргә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ала. Гүзәлиә Хәлитова менән Инзәрә Нурғәлина оҫталыҡ дәресе хаҡында ишеткәс тә ашығып килеп етә. Селтәр эшләргә өйрәнеү уларҙың күптәнге хыялы була. Уларға урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Булат ҡыҙы ла ҡушыла, был һөнәрҙе үҙләштереү артыҡ булмаҫын аңлай ул. Етмәһә, балалар араһында эшләгән Ләйсәнгә селтәрҙәр йыш ҡына кәрәк була. Дәрес бик мауыҡтырғыс үтә, ҡыҙығып, дәртләнеп, ярышып, сәмләнеп һәр кем селтәр тегеп, уны биҙәп ала. Шулай итеп, стилләштерелгән селтәрҙән әҙер. 

Әйткәндәй, оҫталыҡ дәресенә Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы Ишматова әсәһенән ҡалған селтәрҙе тотоп килеп, уның эшләнеше хаҡында бәйән итә. Бәлки, киләсәктә йәш әсәйҙәр боронғо иҙеүҙәргә оҡшатып, ҡатмарлыраҡ селтәрҙәр ҙә эшләй башлар. Уңыштар теләйек!

Автор:Резеда Валиева