АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
25 Июль 2022, 11:30

ҮҘӘКТӘ ДӘРЕСТӘР ҮТӘ

«Ғилмияза» фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар оло ҡыҙыҡһыныу менән яңы һөнәр үҙләштерҙе.

ҮҘӘКТӘ ДӘРЕСТӘР ҮТӘ
ҮҘӘКТӘ ДӘРЕСТӘР ҮТӘ

Галстук—үҙенсәлекле һәм стилле аксессуар. Уны ғәҙәттә классик костюм менән кейәләр. Әммә һуңғы йылдарҙа сағыу образ тыуҙырыр өсөн дә ҡулланалар.

Күптән түгел «Темәс» Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә галстук тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уны бик матур итеп башҡорт орнаменты менән биҙәргә өйрәнделәр.

—Иң беренсе дөрөҫ туҡма һайлау кәрәк. Кейемеңдең фасонын һәм кемгә тегелеүен күҙ уңында тотоу ҙа зарур. Классик галстукка, мәҫәлән, мамыҡ, бәрхәт, габардин, етен туҡыма кәрәк,—тип аңлатты «Темәс» башҡорт тарих-мәҙәни үҙеге методисы, оҫталыҡ дәресен ойоштороусы Йәмилә Баязитова.

«Ғилмияза» фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар оло ҡыҙыҡһыныу менән яңы һөнәр үҙләштерҙе. Туҡыманы нисек ҡулланырға, ҡайҙан алырға икәнлеген дә белештеләр. 71 йәшлек Гөлнара Кәрим ҡыҙы Ҡотлоғәләмова оло ҡәнәғәтлек менән үҙ ейәненә галстук текте. 62 йәшлек Рима Ҡасимова үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр теген машинаһы артына ултырыуын әйтте. Рәмзиә Солтанова ла оҫталыҡ дәресен оҡшатты.

15 йыл дауамында «Ғилмияза» фольклор ансамбленә йөрөгән апай-инәйҙәр быға тиклем фольклор йыйып, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, йолаларҙы һаҡлау менән шөғөлләнһә, әле килеп яңы ҡул эшенә өйрнеүҙәренә үҙҙәре лә шат ине.

Йәмилә Ғирфан ҡыҙы белдереүенсә, киләсәктә лә оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Декрет ялында ултырған йәш әсәйҙәргә, мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙарға ҡул эштәре, милли ризыҡ әҙерләү серҙәрен өйрәтеүҙе маҡсат итеп алғандар.

Автор:Резеда Валиева