Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
7 Февраль 2022, 13:35

Ҡашмауҙы кемдәр кейгән?

Ҡашмау ҡатын-ҡыҙҙың толомон тулыһынса ҡаплап тороуын,төрлө ырыуҙың ҡашмауҙары бер аҙ айырылыуын, күбеһенсә ул түбәлә ҙур булмаған тишек ҡалдырып тегелеүен таныштырҙы. Ҡашмауҙы никахтан һуң йәш кәләшкә кейҙергәндәр, йәғни, ул ир ҡатыны билдәһе булған, байрамдарға кейгәндәр. Күберәк хәлле ғаиләләрҙең ҡатындары кейгән. Ҡашмауҙы таҫтар, һарауыс йә яулыҡ өҫтөнән кейгәндәр һәм эйәк аҫтынан үңербау, ҡаптырма менән беркетеп ҡуйғандар. Баймаҡ районының Темәс ауыл моделле китапханаһы янында төҙөлгән “Ағинәй”ҙәр ойошмаһы үткәргән сарала һүҙ ошо хаҡтар барҙы.

Ҡашмауҙы кемдәр кейгән?
Ҡашмауҙы кемдәр кейгән?

Башҡорт милли биҙәүестәре халҡыбыҙҙың йәшәйеш, тормош тәртибе, матурлыҡ тураһында ҡараштарын, ырыу эсендәге тәртиптәрҙе, ғәиләнең йәмғиәттәге урынын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыу тураһында таныштырҙыҡ.
Ауылыбыҙҙың милли кейемдәр һәм биҙәүестәр оҫтаһы, ағинәй клубы ағзаһы Ишбаева Лилиә Мансур ҡыҙы ҡашмау эшләү тәртибе менән таныштырып, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Ҡашмау ҡатын-ҡыҙҙың толомон тулыһынса ҡаплап тороуын,төрлө ырыуҙың ҡашмауҙары бер аҙ айырылыуын, күбеһенсә ул түбәлә ҙур булмаған тишек ҡалдырып тегелеүен таныштырҙы.
Ҡашмауҙы никахтан һуң йәш кәләшкә кейҙергәндәр, йәғни, ул ир ҡатыны билдәһе булған, байрамдарға кейгәндәр. Күберәк хәлле ғаиләләрҙең ҡатындары кейгән. Ҡашмауҙы таҫтар, һарауыс йә яулыҡ өҫтөнән кейгәндәр һәм эйәк аҫтынан үңербау, ҡаптырма менән беркетеп ҡуйғандар .

#ГодкультурногонаследияРоссии
#Темясовскаясельскаямодельнаябиблиотека

Ҡашмауҙы кемдәр кейгән?
Ҡашмауҙы кемдәр кейгән?
Ҡашмауҙы кемдәр кейгән?
Автор:Гульдар Кадаева