АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
18 Август 2021, 15:44

Тәҙрә төбөм гөл генә

Фэн-шуйға күҙ һалһаҡ, был гөл ни тиклем матур булһа ла ир кеше ял иткән бүлмәгә ултыртырға ярамай икән. Йоҡлағанда кеше энергияһын һура тигән ышаныу ҙа бар. Ә бына яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға был гөлдө мотлаҡ үҫтерергә кәрәк, сөнки улар ир-ат энергияһын үҙенә тарта. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Тәҙрә төбөм гөл генә
Тәҙрә төбөм гөл генә

Орхидея гөлөн үҫтермәгән хужабикәләр һирәктер хәҙерге заманда. Был гөл бер яҡтан үҙенә иғтибар талап иткәнгә оҡшаған булһа ла,  ысынында уны үҫтереүҙең бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Ул дымлы һауаны ла, ҡоролоҡто ла бик еңел кисерә. Тамыры һыуһыҙ оҙаҡ ҡына тора ала.  Ә инде тамырҙарының һауыттан сығып айырылып төшкәндәрен киҫеп ташларға ярамағанлығын һәр кем  белергә тейеш.

Беҙҙең яҡтарҙа Фаленопсис төрө киң таралған. Уға оҙаҡ сәскәлә ултырһын өсөн 12-15 сәғәтлек яҡтылыҡ кәрәк. Шулай ҙа яҙғы-йәйге осорҙа тура ҡояш нурҙарын бөтөнәләй яратмайҙар. Япраҡтарына һарғылт таптар сыҡһа, был ҡояш нурҙарының артыҡ ҡыҙыу булыуын аңлата.

Фэн-шуйға күҙ һалһаҡ, был гөл ни тиклем матур булһа ла ир кеше ял иткән бүлмәгә ултыртырға ярамай икән. Йоҡлағанда кеше энергияһын һура тигән ышаныу ҙа бар. Ә бына яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға гөлдө мотлаҡ үҫтерергә кәрәк, сөнки улар ир-ат энергияһын үҙенә тарта. Орхидеяларҙың төҫтәренә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Тиҙ арып барыусандарға ҡыҙыл төҫтәгеләре көс бирәсәк, һары орхидеялар - муллыҡ билдәһе, күңел тыныслығы тапҡығыҙ килһә, ал йәки аҡ сәскәле орхидеяларҙы үҫтерергә кәңәш итә белгестәр. Һеҙ үҫтергән орхидея янына ҡара эсле, насарлыҡ теләгән кешеләр яҡын килә алмай. Гөл үҙенең “вампирлыҡ” энергияһын эшкә егә, ундай кеше арый, тиҙ генә һеҙ йәшәгән урындан сығырға теләген белдерәсәк.
Фаленопсис сәскә атып бөтөргәс, күсереп ултыртырға ашыҡмағыҙ, гөлдө ултыртҡан субстраттағы файҙалы матдәләр 2–3 йылға етә.  Тупраҡтың сифатын  орхидеяның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап билдәләргә була. Әгәр уның тамыр өлөшө менән һабағы насар тоташҡан, кипкән, “үлгән” тамырҙары күренеп торһа, күсерергә ваҡыт тигәнде аңлата. Күсереп ултыртҡас 2-3 көн һыу һибергә ярамай.  Орхидея сәскә атмай икән, тәбиғәт шарттары булдырырға: көндөҙ яҡтыла, кискеһен һыуыҡ урынға ҡуйырға һәм ике-өс аҙна ҡоро тотоп һеңдергәнсе һыу һибергә кәрәк.

 

Автор:Альфира Узянбаева