АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
16 Июль 2021, 14:25

Түбәнең уңған гүзәл заттары

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ваҡытты дөрөҫ бүлеп, шәхси хужалығын алып барыуға ла, балалар, ейән-ейәнсәр бағыуға ла, ҡул эштәренә ваҡыт табыуҙары ла һоҡландыра. Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында, мәҫәлән, һәр ҡатын-ҡыҙҙың шөғөлө бар. Әйтәйек, Любовь Инатаровна Сибрякова ирланд селтәре менән мауыға. “Ер еләге” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе оҫтабикәләр—Римма Ғибәҙәтова, Зифа Мәжитова, Альбина Мәүлетдинова аллы-гөллө балаҫтан һуға. Оҫтабикәләр тураһында тулыраҡ мәҡәлә сайтта.

Түбәнең уңған гүзәл заттары
Түбәнең уңған гүзәл заттары

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ваҡытты дөрөҫ бүлеп, шәхси хужалығын алып барыуға ла, балалар, ейән-ейәнсәр бағыуға ла, ҡул эштәренә ваҡыт табыуҙары ла һоҡландыра. Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында, мәҫәлән, һәр ҡатын-ҡыҙҙың шөғөлө бар. Әйтәйек, Любовь Инатаровна Сибрякова ирланд селтәре менән мауыға. Был сигеү төрө ырғаҡ менән бәйләүҙең популяр техникаһы. Уның асылы—ырғаҡ менән бәйләнгән мотив, элементтарҙы бер туҡымаға берләштереү. Бәйләнгән селтәрҙәрҙән төрлө түшәк-япмалар ҙа, кейем-һалым да килтереп сығарып була. Шулай уҡ уларҙы айырым-айырым декоратив элемент итеп тә ҡулланырға мөмкин.

--Йәш саҡтан бәйләргә яратам. Ә ирланд селтәре менән һуңғы 3 йылда ғына ҡыҙыҡһынып алып киттем. Былтыр коронавирус пандемияһы башланғас, уға айырыуса әһәмиәт биреп, интернет аша ныҡлы өйрәндем. Һөҙөмтәлә ошондай ҡул эштәре күргәҙмәм барлыҡҡа килде,--ти Любовь Инатаровна.

Ысынлап та, иҫ киткес, бер кемдә дә лә булмаған күлдәк, сарафан, кофточкалар бәйләгән ханым. Ә төҫтәре! Уларҙан күҙҙәр ҡамаша. Һәр кемдең зауығына тура килерлек итеп, килештереп эшләгән.

--Башлыса үҙем өсөн бәйләйем. Эҫелә рәхәтләнем кейәм. Еләҫ тә, уңайлы ла, иң мөһиме--тирләтмәй. Ҡыҙҙарыма, туғандарыма бүләк итәм. Заказдар ҙа ҡабул итәм,--ти оҫта ҡатын.

Любовь Сибрякова тыумышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Оҙаҡ йылдар “Сода” йәмғиәтендә химик сәнәғәт лаборанты булып эшләгән. Баймаҡ яҡтарына нисек килеп сыҡҡан һуң тиһегеҙме? Әлеге лә баяғы интернет селтәре аша Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһы уҙаманы Виталий Меркуриевич Табанаков менән танышҡан. Яңғыҙ ярым ғүмер иткәнсе парлы булыу яҡшыраҡ тип улар бынан 8 йыл элек бергә йәшәй башлаған. Любовь Инатаровна Баймаҡ еренә ғашиҡ. Шәхси хужалығы, йорто булған иренең етемһерәп торған донъяһына йәм, йән өргән ул. Яҙ, йәй, көҙ шул хужалыҡта баҡса сәсеп, эшкәртһә, оҙон ҡышҡы төндәрҙе ҡул эштәре менән булышып уҙғара. Бынан тыш ҡасаба клубында эшләп килгән “Рябинушка” рус фольклор ансамблендә шөғөлләнә.

--Ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы Әлфирә Самат ҡыҙы Хәлитованан уңдыҡ. Уның ишеләр күберәк булһа, ҡасабабыҙ гөрләп торор ине. Халыҡты ойоштора белә, олоһон дә, кесеһен дә тыңлата. Ҡатын-ҡыҙҙар советы уңышлы эшләй. Оҫта хужабикәләрҙе, егәрле ир-егеттәрҙе, йырсы, бейеүселәрҙе лә бергә туплап, күргәҙмәләр, концерттар ойоштора. Шулай бергәләшеп үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күреп, тормошобоҙҙо төрләндереп, бер-беребеҙҙән өйрәнеп, өлгө алып тырышып йәшәйбеҙ,—тип һүҙен йомғаҡланы Любовь Сибрякова. 

Ирланд селтәре янына ҡуйылған аллы-гөллө балаҫтар ҙа күҙҙең яуын алды. Быларҙы инде клубтың “Ер еләге” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе оҫтабикәләр—Римма Ғибәҙәтова, Зифа Мәжитова, Альбина Мәүлетдинова һуҡҡан. Римма Мөрит ҡыҙы, Зифа Мирза ҡыҙы ҡасандыр гөрләп торған Түбә тегеү фабрикаһында эшләгән. Еңел сәнәғәт тармағы көрсөккә терәлгәс, ҡатын-ҡыҙҙар һәр береһе күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан.

--Беҙҙең ансамблдә шулай уҡ Алһыу Һөйәрғолова, Рәйлә Исҡужина йырлай. Бергәләшеп кис ултырыуҙар ойоштороп, башта милли күлдәктәр, биҙәүестәр яһап ҡараныҡ. Ҡорама ҡорайбыҙ, милли ризыҡтар бешереп тә оҫталыҡтарҙы арттырабыҙ,--тип һөйләй хужабикәләр.—Иҫке әйберҙәрҙе ҡырҡып, балаҫтар бәйләйбеҙ. Балаҫ һуғыу ҙа беҙҙең өсөн бер ни түгел. Хатта бына Сибайҙан туҡыу станогы һатып алдыҡ. Хәҙер ҡулдан эш төштө тиерлек, ептәрҙе дөрөҫ, ҡулайлы итеп ҡуйып алып, бер-береһенә нығытһаҡ, ошондай гүзәллек барлыҡҡа килә.

Ҡатын-ҡыҙҙар буйлы-буйлы балаҫтар һуғып ҡына ҡалмай, эштәрендә йәмле Талҡаҫ, күк Ирәндек буйҙары тәбиғәтенең хозурлығын да сағылдырыуға әүәҫ.

Альбина Әхмәт ҡыҙының төп эше—клубты тәртиптә тотоу, йыйыштырыу. Саҡ ҡына буш ваҡыты булһа ул да ҡул эштәренә тотона. Бәйләү, мәрйен теҙеүҙән ләззәт таба. Заказға йылы кофта, жилеттар, диван, ултырғыс ябыуҙары бәйләй. Улар менән генә сикләнеп ҡалмай, крахмалдан һындар яһауҙы лә үҙләштерә.

--Интернеттан социаль селтәрҙәр гиҙеп ваҡыт үткәргәнсе, фәһемле дәрестәр алам. Яңы алымдар өйрәнәм, күңел ҡушыуы буйынса эш иткәнгәме, ҡул эштәре ялҡытмай. Бәйләгән һайын бәйләге килә,--ти Альбина Мәүлетдинова.

Ошондай матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл заттары менән дан тота Түбә ҡасабаһы. Йыр-бейеүгә, сигеү-бәйләүгә маһир ҡатын-ҡыҙҙар киләсәктә тә ҡулдарынан һөйөнөп, һөйгәндәренән һөйөлөп татыу-татлы ғүмер итһен!

 

Автор:Гульдар Кадаева