Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
8 Март 2021, 22:30

Матурлыҡҡа ғашиҡ АЗАЛИЯ

Азалияға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ул бәйләй ҙә, тегә лә, ҡул эштәре менән байрам, тантана залдарын да биҙәй, фото төшөрөргә лә ярата, ҡатын-ҡыҙҙарҙы буяндырыуға ла әүәҫ. Ғөмүмән әйткәндә, матурлыҡҡа ғашиҡ, матурлыҡты тоя белә.

Азалияға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ул бәйләй ҙә, тегә лә, ҡул эштәре менән байрам, тантана залдарын да биҙәй, фото төшөрөргә лә ярата, ҡатын-ҡыҙҙарҙы буяндырыуға ла әүәҫ. Ғөмүмән әйткәндә, матурлыҡҡа ғашиҡ, матурлыҡты тоя белә.
Азалия Йәҙгәр ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан. Ауылда мәктәпте тамамлағас, Сибай институтының технология факультетына юллана. Ошо уҡыу йортонда һөйгәнен осрата. Илназ да әлеге факультетта ике курсҡа юғарыраҡ уҡыған була. Дүрт йыл осрашып, дуҫлашып йөрөгәс йәштәр өйләнешә. Әлеге көндә Ишмөхәмәтовтар Күгәрсен районы Исем ауылында йәшәй. Аллаһы Тәғәлә уларҙы юҡҡа ҡауыштырмағандыр. Улар бер-береһенә йөҙҙәре, маҡсаттары, тормошҡа ҡараштары, ынтылыштары менән генә түгел, ҡул эшенә оҫта булыуҙары менән дә оҡшап торалар. Бәхетле ғаилә ике ул үҫтерә, әлеге көндә йорт күтәрә.
Азалияның социаль селтәргә һалған ҡул эштәрен, шөғөлдәрен күреп, ҡыҙыҡһынмайынса, һорауҙар бирмәйенсә булдыра алманыҡ.
—Тәүге улымдың 1 йәшенә әҙерләнгәндә өйҙө биҙәргә булып киттем. Ҡағыҙ салфеткаларҙы ҡулланып, ҙур итеп 1 һанын эшләнем. Был эш миңә оҡшап ҡалды. Унан Яңы йыл байрамдарына костюмдар тектем. Быны белеүселәр балаларының тыуған көндәренә ошондай уҡ һандар, матур байрамса футболка һәм итәктәр һорай башланы. Ә бер заман танышым туй аксессуарҙары эшләп биреүемде һораны. Заказды аҙна тирәһе эшләнем. Үҙемә бик ныҡ оҡшаны. Шул саҡ туй тантаналарын заказға биҙәү идеяһы тыуҙы. Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе бер апа-йым нәҡ ошондай шөғөл менән булыша, уға шылтыратып кәңәшләштем. Сәскәләрҙе, туҡымаларҙы ҡайҙан алырға белдем, интернеттан оҫталыҡ дәрестәрен ҡараным. Шулай итеп, үҙ эшемде башланым. Идеяң, маҡсатың бар икән, әлбиттә, ҡурҡырға ярамай. Мин үҙемдең күңелемә ятҡан эш табыуыма ҡыуанам. Оло яуаплылыҡ менән башҡарырға тырышам. Иремә рәхмәтлемен, ярҙам итә, республиканың ҡайһы төбәгенән заказ алһам да алып бара. Ә улдарымды ҡәйнәм ҡараша, уға ла рәхмәтлемен. Әйткәндәй, ирем дә буш ваҡытында тик ултырмай. Ул, институтта технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетында ағас эшкәртеү йүнәлешендә уҡыған кеше булараҡ, ағас эшенә оҫта. Әле биҙәп-һырлап сәңгелдәктәр эшләй. Уға ла заказдар килә,—ти Азалия Ишмөхәмәтова.
Егәрле, һәр ергә өлгөр, бөтмәр йәш ҡатын байрам залдарын биҙәп кенә ҡалмай, уларҙы матур итеп фотоға ла төшөрөргә ярата. Күптән түгел парикмахер һөнәрен дә үҙләштергән. Сөнки ул матурлыҡ салоны асырға хыяллана. Азалияның был матур ниәте лә тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ. Заман менән бергә атлаған, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылған, яңынан-яңы һөнәрҙәр үҙләштергән маҡсатлы кешеләр һәр саҡ уңышҡа өлгәшә. Азалия, һис шикһеҙ, хыялын ысынбарлыҡҡа әйләндереүгә өлгәшер!
Читайте нас: