АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
7 Март 2021, 11:00

“Беҙ һеҙҙе берәүгә лә бирмәйбеҙ, бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ!”

Сибай ҡалаһының Таусылар проспектының 6/2 йортонда йәшәүселәр урам һепереүселәре Зөмәйрә Фазылғаян ҡыҙы Ильясоваға сюрприз яһаған.Көн һайын йорттары биләмәһен тәртипкә килтергән, ҡарҙан таҙалаған, боҙҙарын ырғытҡан, сүп-сарҙы йыйған ҡатынға йортта йәшәүселәр 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан рәхмәт һүҙҙәре генә әйтеп кенә ҡалмаған, уға сәскәләр гөлләмәһе, бүләктәр тапшырған.Зөмәйрә Фазылғаян ҡыҙы урам һереүсе булып 2013 йылдан алып эшләй. Эшен бөтә күңелен биреп, намыҫ менән башҡара. Иртә таңдан эш урынына килә һәм биләмәһен таҙартып бөтмәйенсә өйөнә ҡайтып китмәй. Йортта йәшәүселәр уның хеҙмәтен юғары баһалай һәм ихтирам итә.--Икенсе участкаға китеп кенә бармағаҙ. Беҙ һеҙҙе берәүгә лә бирмәйбеҙ, бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ!—тине улар эшлекле ҡатынды байрам менән ҡотлағанда бер тауыштан.--Ябай хеҙмәтемде шулай баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт! Бындай мөнәсәбәтте көтмәгәйнем! Бүләктәрегеҙгә ҙур рәхмәт!—тине эшен баһалаусыларға Зөмәйрә Ильясова.

Сибай ҡалаһының Таусылар проспектының 6/2 йортонда йәшәүселәр урам һепереүселәре Зөмәйрә Фазылғаян ҡыҙы Ильясоваға сюрприз яһаған.
Көн һайын йорттары биләмәһен тәртипкә килтергән, ҡарҙан таҙалаған, боҙҙарын ырғытҡан, сүп-сарҙы йыйған ҡатынға йортта йәшәүселәр 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан рәхмәт һүҙҙәре генә әйтеп кенә ҡалмаған, уға сәскәләр гөлләмәһе, бүләктәр тапшырған.
Зөмәйрә Фазылғаян ҡыҙы урам һереүсе булып 2013 йылдан алып эшләй. Эшен бөтә күңелен биреп, намыҫ менән башҡара. Иртә таңдан эш урынына килә һәм биләмәһен таҙартып бөтмәйенсә өйөнә ҡайтып китмәй. Йортта йәшәүселәр уның хеҙмәтен юғары баһалай һәм ихтирам итә.
--Икенсе участкаға китеп кенә бармағаҙ. Беҙ һеҙҙе берәүгә лә бирмәйбеҙ, бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ!—тине улар эшлекле ҡатынды байрам менән ҡотлағанда бер тауыштан.
--Ябай хеҙмәтемде шулай баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт! Бындай мөнәсәбәтте көтмәгәйнем! Бүләктәрегеҙгә ҙур рәхмәт!—тине эшен баһалаусыларға Зөмәйрә Ильясова.