Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
25 Февраль 2021, 16:30

УЛАЙ ҘА БУЛА ИКӘН...

Салауат төҙөлөш материалдары урынына шешәләрҙе, кинескоптарҙы ҡулланған. Уның өйө янында Фәрүәз Урманшин клип та төшөргән.

Өфөлә йәшәүсе Салауат Ғилманов шешә һәм кинескоптарҙан хыялындағы өйҙө төҙөгән. Бында хәҙер артистар клип төшөрһә, ҡайһы берәүҙәр фотосесия эшләй икән. Мәҫәлән, Фәрүәз Урманшиндың бер клибы ошонда төшөрөлгән. Бер фотостудия Салауат эшләгән диванды һатып алмаҡ булған, әммә оҫта баш тартҡан. Был дивандың үҙенсәлеге шунда: ул таштар менән биҙәлгән.

Шешәләрҙән өй һалыу – яңылыҡ түгел. Донъяла ундай йорттар һаны 1000-гә етә икән. Ә бына иҫке телевизорҙарҙың кинескобын ҡулланыусылар булғанмы икән?

Салауатҡа 15 йәш булғанда уҡ ул мунса тәҙрәһе урынына кинескоп ҡуйып ҡуя. Бәләкәйҙән түңәрәк өй хаҡында хыялланған Салауат йортона ярым түңәрәк солан эшләп ҡуйған. Бында 16 ҙур, 20 бәләкәй кинескоп киткән. Уларҙы күршеләренән, таныштарынан йыйып алған.

--Соланды киңәйтергә лә уйлағайныҡ. Әммә кинескоп составында зарарлы әйбер бар икән, шуға уйыбыҙҙан кире ҡайттыҡ. Уларҙы төҙөлөшкә әҙерләгәндә Салауат хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәне, саңын йотмаҫҡа, яҡын тын алмаҫҡа, ҡырҡҡанда саңын йыуып төшөрөп торҙо, - ти кәләше Наталья.

Ғилмановтар кәзә лә тота. Малҡайға ҡура эшләгәндә шешәләрҙе ҡулланғандар.

Ғөмүмән алғанда, барлығы 3000 шешә, 36 кинескоп төҙөлөшкә киткән.

Йорт эсендә лә үҙенсәлекле әйберҙәрҙе осратырға була. Диван-шкафтар таштар менән биҙәлһә, ағас ботаҡтарынан матур әйберҙәр, һындар хасил булған. Оҫта киләсәктә заказдар ҙа ҡабул итергә ниәтләй.

Мәғлүмәт: UFA1.RU. https://ufa1.ru/text/house/2021/02/25/69780065/