Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ булыуын яҡшы белә Баймаҡ районы Түбә ауылында йәшәүсе Юлай Лоҡман улы Үлйәбаев. Ул йәй ауылдаштарын, күрше ауылдар халҡын мүк менән тәьмин итә, ә ҡышын талдан кәрәк-яраҡ үрә.
Талдан нәмәлер үрер өсөн фантазияға бай булыу кәрәктер. Юлай Лоҡман улына был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала! Ул икмәк, емеш-еләк һауыттары булһынмы, ҡош ояларымы, теген машинаһы һауытымы, төрлө кәрзиндәрме – барыһы ла ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә!
Юлай Үлйәбаев был эште 2019 йылда башлап киткән. Тәүҙә ҡыҙыҡ өсөн тауыҡ ояһы үреп ҡараған. Тәүге эше бик матур килеп сыҡҡас, интернеттан уҡып ентекләп өйрәнергә тотонған. Икенсе яҡтағы оҫталар менән кәңәшләшеп талдан төрлө - төрлө биҙәктәр эшләргә өйрәнеп алған. Хәҙер үҙе генә белгән ят биҙәктәре менән биҙәй һауыттарын.
Юлай Үлйәбаев өлгөлө ғаилә башлығы ла. Кәләше Лиана менән өр-яңы ҙур өйҙәрендә Юлдаш исемле ул һәм Азалия исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Киләсәктә дивандар, бәүелә торған креслолар үрергә хыяллана Юлай Лоҡман улы. Шундай эшлекле егеткә "Афарин! " тиергә һәм киләсәктә уңыштар теләргә генә ҡала.