Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында йәшәүсе, Сибай күп профилле профессиональ колледжы студенты Шәфҡәт Зәкировты ауылдаштары һәр яҡлап атаһына оҡшата. Атаһы кеүек үк ҡул эшенә оҫта тиҙәр уны. Егет күптән түгел робот кейемен эшләп, уның осона сығып ҡуйған. Ауылдаштары әйтеүенсә, ул ябай ғына А4 ҡағыҙынан эшләнгән.