АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
19 Ғинуар 2021, 13:05

ЫРЫМБУР ҠЫҘЫ ШӘЛ БӘЙЛӘЙ

Яратҡан шөғөлөмдө ҡулыма алмаһам, нисектер ҡыйыныраҡ булып тора, буш саҡта ҡулда бәйләм булмаһа, ниҙер етешмәгән кеүек тойола башлай,—тип йылмая әңгәмәсем.

Элек-электән был төбәк шәл бәйләү оҫталары менән дан тота. Ейәнсура районының оҫталары ла үҙҙәренең бәйләгән шәлдәрен тап Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ баҙарына алып барып һатыр булған. Был шөғөлдө бала саҡтан үҙ иткән Ҡыуандыҡ ҡыҙы Миңлегәүһәр Рәхмәтова әле лә ҡулынан бәйләмен ташламай.
Ҡыуандыҡ районында тыуып үҫкән Миңлегәүһәр Сәлих ҡыҙы Хәйбулла яҡтарына килен булып төшөрмөн тип уйламағандыр. Мәктәпте тамамлап, күңеленә оҡшаған һөнәр үҙләштереп, йәш ҡыҙ Гай ҡалаһындағы заводта эш башлай. Ә был ваҡытта буласаҡ ире Вәзир Вәлиулла улы Өфө ауыл хужалығы институтын тамамлап, йәш белгес булараҡ Гай районының бер совхозында эшләгән була. 1987 йылда Ҡыуандыҡ ҡыҙы Хәйбулла еренә килен булып төшә. Ҡулынан да, һүҙенән дә килгән, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән Миңлегәүһәр Сәлих ҡыҙы тиҙ арала Яңы Ергән ауылы халҡы менән уртаҡ тел таба. Мәктәп китапханаһында эшләй, аҙаҡ педагог-психолог булып хаҡлы ялға сыға. Әүҙем йәмәғәтсе, һәр эштең башында йөрөгән уңған ҡатынды ауылдаштары бер нисә йыл рәттән урындағы Совет депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе һәм ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе итеп һайлай. Уңған кеше бар яҡлап уңған, тигәндәй Миңлегәүһәр Рәхмәтова ҡул эшенә бигерәк маһир, төрлө әйберҙәр бәйләй, бигерәк тә шәлдәр бәйләүенә күҙ эйәрмәй.
—Әсәйем беҙҙе шәл бәйләп үҫтерҙе, шуға күрә бәләкәйҙән ҡулыбыҙға энә алып, шәл сите бәйләп үҫтек. Өйрәнгән һөнәр онотоламы ни, Хәйбуллаға килен булып төшкәс тә бәйләмемде ҡулдан төшөрмәйем. Хәҙер төрлө шәл конкурстарында ҡатнашам, призлы урындар ҙа алам. 93 йәшлек әсәйем дә әле булһа бәйләй, миңә кәңәштәрен бирә. Ул беҙҙе, балаларын, шәл бәйләп уҡытты. Әсәйемдең бәйләгән шәлдәрен бергә ҡушһаң, тотош Ырымбур менән Башҡортостанды урап сығырға етер ине. Яратҡан шөғөлөмдө ҡулыма алмаһам, нисектер ҡыйыныраҡ булып тора, буш саҡта ҡулда бәйләм булмаһа, ниҙер етешмәгән кеүек тойола башлай,—тип йылмая әңгәмәсем.
Дебетте Миңлегәүһәр Рәхмәтова үҙенең тыуған яғы—Ырымбур яҡтарынан алып ҡайта. Уларҙы үҙе тетә, ҡабарта, иләй һәм сирата. Был эштәрҙең барыһына ла күңел йылыһын һалып башҡара ул. Шәлдең ситен бәйләүҙән башлай, һәр эштең үҙенә күрә нескәлектәре булған кеүек, был шөғөлдөң дә үҙ сере бар. Һәр оҫтаның үҙ биҙәге, яратҡан дебете.
Шәлдәренең матурлығы иһә һушты алмалы. Ниндәй генә биҙәк юҡ уларҙа: “һалма”, “кәкерсәк”, “бесәй табаны”, “сылбыр”, “йәтәс”... Күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын һалып бәйләгәнгә ҡул эштәренең һәр береһенән, гүйә, нур, яҡтылыҡ бөркөлә.
Пандемия осоронда Миңлегәүһәр Сәлих ҡыҙы яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона. Балалары өсөн бейәләй, бирсәткәләр бәйләһә, ейән-ейәнсәрҙәрен йомшаҡ ойоҡбаштар менән ҡыуандыра. Ул шулай уҡ йыл һайын республикала үткән “Башҡорт шәле” конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар ҙа яулай. Районда үткән төрлө күргәҙмәләрҙә уның ҡул эштәре һәм үҙе әҙерләгән төрлө һөт, ит ризыҡтары, емеш-еләктән эшләнгән төрлө ҡаҡтары, бәлеш-сәк-сәктәре һәр саҡ түрҙән урын ала, үҙ баһаһына лайыҡ була.
Кәримә Усманова.
Һүрәттә: Миңлегәүһәр Рәхмәтова