Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
23 Ноябрь 2020, 17:05

Күңеле лә, эше лә матур

Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған кешеләр һәр ваҡыт һоҡландыра. Күңеле менән матур кеше генә шундай гүзәллек тыуҙырып, кешеләргә лә матурлыҡ, йылылыҡ, шатлыҡ өләшеп йәшәйҙер ул.

Балалар баҡсаһында эшләү—ундағы хеҙмәткәрҙәрҙән яуаплылыҡ, саф күңеллелек, эскерһеҙлек кеүек сифаттарҙан тыш, төрлө яҡлы талант та талап итә. Сибай ҡалаһының “Ҡурай” балалар баҡсаһында, хәҙерге заман теле менән әйткәндә, креатив, һәр яҡлап талантлы педагогтар эшләй. Шундай ижади ҡарашлы, үҙ һөнәренә мөкиббән ғашиҡ коллегаларымдың береһе Урмантаева Гөлфиә Зәкир ҡыҙы хаҡында булыр һүҙем.
Гөлфиә Зәкир ҡыҙы урта белемде Өфө ҡалаһының 4-cе һанлы һынлы сәнғәт мәктәбендә ала. 1998 йылда Сибай институтының “Мәктәпкәсә белем биреү педагогикаһы” бүлеген тамамлай. Педагогик хеҙмәт юлын Темәс урта мәктәбендә рәсем һәм черчение уҡытыусыһы булараҡ башлай. Кескәй балаларға булған һөйөүе уны 2004 йылда Сибай ҡалаһының “Айгөл” балалар баҡсаһына алып килә. Бөгөн Гөлфиә Зәкир ҡыҙы—“Ҡурай” балалар баҡсаһының юғары категориялы тәрбиәсеһе. Ул балаларға донъяны, тәбиғәтте эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге аша танырға өйрәтә. Гөлфиә Зәкир ҡыҙының шул тармаҡтағы дәрестәре, тәжрибәләре бигерәк тә уңышлы килеп сыға. Уның һәр тәрбиәләнеүсе менән бик ентек-ле шөғөлләнеүен, баланы мәктәпкә һәр яҡлап тулыһынса әҙерләүен атай-әсәйҙәрҙән тыш, беренсе класс уҡытыусылары ла иҫбат итә алалыр, тип уйлайым.
Коллективта Гөлфиә Зәкир ҡыҙы үҙенең оҫта ҡуллы булыуы менән дә айы-рылып тора. Сөнки үҙ ҡулдары менән әҙерләгән төрлө дидактик уйындар, әсбаптар, плакаттар, стендтар бер ҙә генә фабриканыҡынан ҡалышмай, хатта айырылмай тиерлек. Шулай уҡ Гөлфиә Зәкир ҡыҙының әҙерләгән күргәҙмәләре, сәхнә биҙәлеше өсөн атрибуттары ла бик уңышлы, төшөргән һүрәттәре сағыу һәм үҙенсәлекле килеп сыға. Теләһә ниндәй ҡорама, материалдан бик матур әйбер килтереп сығарыусы коллегам ғаиләһендә лә өлгөр һәм бик уңған хужабикә, күңел биреп үҙ баҡсаһында йәшелсәләр һәм еләк-емештәр үҫтерә, ә өҫтәле һәр ваҡыт һый-ниғмәттән һығылып тора. Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған кешеләр һәр ваҡыт һоҡландыра. Күңеле менән матур кеше генә шундай гүзәллек тыуҙырып, кешеләргә лә матурлыҡ, йылылыҡ, шатлыҡ өләшеп йәшәйҙер ул. Һәр яҡлап уңған, тырыш, өлгөр коллегама артабан да уңыштар юлдаш булыуын, ижади ҡомары һүрелмәй, илһамланып эшләүен теләйем.
Миләүшә Мәхмүтова, тәрбиәсе.