АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
20 Ноябрь 2020, 19:30

Селтәрҙәрең бигерәк матур...

Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү маҡсатында Сибай ҡалаһының ял һәм халыҡ мәҙәниәте үҙәге белгесе, "Оҫтабикә" клубы, "Ете ҡыҙ" матурлыҡ һәм һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе Минзилә Ғәйнуллина ҡашмау эшләү серҙәрен өйрәтте.

Һуңғы йылдарҙа гүзәл заттарҙың боронғо кейем өлгөләренә, биҙәүестәренә ҡыҙыҡһыныуы артты. Селтәр-ҡашмау таҡҡан, стилләштергән милли кейемдәр кейгән башҡорт һылыуҙарын мәҙәни сараларҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла йыш осратырға мөмкин. Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү маҡсатында Сибай ҡалаһының ял һәм халыҡ мәҙәниәте үҙәге белгесе, "Оҫтабикә" клубы, "Ете ҡыҙ" матурлыҡ һәм һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе Минзилә Ғәйнуллина ҡашмау эшләү серҙәрен өйрәтте. Коронавирус сиренә бәйле барлыҡ һаҡланыу сараларын күҙәтеп, студияға йөрөүсе һылыуҡайҙар ҡашмау эшләргә өйрәнде. Шулай уҡ башҡалар ҙа Минзилә Ғәйнуллинаның ҡашмау эшләү серҙәре менән видеояҙма аша таныша ала.
--Ҡасандыр мин дә студент йылдарымда әле үҙем етәкселек иткән "Ете ҡыҙ" матурлыҡ студияһында шөғөлләнгәйнем. Ул сағында студия менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина етәкселек итте. Бөгөн мин уның килене, бейемдән өйрәнгән шөғөлдәремде әле үҙем дауам итә. 2014 йылда Сибайҙа үткән "Һылыуҡай" матурлыҡ конкурсында өсөнсө урын алдым. Күптән түгел беҙҙә шөғөлләнгән Шәүрә Яхина республика "Һылыуҡай-2020" конкурсында финалға үтте. Яҙ көнө "Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы" конкурсы үткәрергә уйлайбыҙ, унда ҡатнашыусылар үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтергә тейеш. Үҙ ҡулдары менән милли биҙәүестәр эшләү, ҡашмау, селтәр яһауға айырым иғтибар биреләсәк. Шуға күрә был тәңгәлдә эште башланыҡ та инде, әле ҡашмау эшләү серҙәрен өйрәтәбеҙ, --ти Минзилә Ғәйнуллина.
Әйткәндәй, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен, селтәр-ҡашмауҙарын эшләргә өйрәнеү Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә лә ойошторола.
Кәримә Усманова.

Фото: Минзилә Ғәйнуллина.
Читайте нас: