Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
22 Октябрь 2020, 13:20

Теплицаны киләһе миҙгелгә нисек әҙерләргә?

Теплицалағы йылылыҡ һәм дымлылыҡ йәшелсәгә генә түгел, патоген флораға ла иркенләп үҫергә ирек бирә. Төрлө бәшмәктәр, инфекциялар, бактериялар был ябыҡ ерҙә шашып тарала.

Быға тиклем теплицам булмағас, был һорау әллә ни ҡыҙыҡһындырмай ине. Мәғлүмәт табайым тип, Инернет селтәренә ингәйнем, ундағы мәғлүмәттең күплеге һәм кәңәштәрҙең төрлөлөгөнән баш ҡатты. Шуға ла телефондан таныш һандарҙы йыям: “Айһылыу, теплицаны көҙгөлөккә әҙерләү буйынса кәңәшең кәрәк!”
--Теплицалағы йылылыҡ һәм дымлылыҡ йәшелсәгә генә түгел, патоген флораға ла иркенләп үҫергә ирек бирә. Төрлө бәшмәктәр, инфекциялар, бактериялар был ябыҡ ерҙә шашып тарала. Баҡсалағы бөтә ҡоротҡостар ҙа ҡышлар урынды теплицала һайлай. Шуға дезинфекция мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Тәүҙә уның эсен һәм тышын хужалыҡ һабыны ҡушылған һыу менән йыуып сығабыҙ. Металл элементтарын 9 процентлы аш һеркәһе менән һөртөп сығырға була. Ағаслы өлөшөн хлор ҡушылған шыйыҡса йә “Белизна” менән йыуырға кәрәк. Аҫҡы өлөшөн эзбиз менән аҡлап сығырға ла мөмкин.
Мин иһә үҙемдең теплицала көкөрт шашкаһы ҡулланам. Уны тимер биҙрәгә ҡуйып яндырам да, тәүлек буйына асмайым. Унан инде һәйбәт итеп елләтеп алырға кәрәк.
Әгәр быйыл теплицалағы помидорҙа фитофтора күренһә, ерҙең 15 сантиметрлы ҡатламын алмаштырырға кәңәш итер инем, - ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең аграномы Айһылыу Камалетдинова.
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.