Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
10 Сентябрь 2020, 10:30

МАТУРЛЫҠТАН ТЫУА МАТУРЛЫҠ

Бөгөнгө һүҙем Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында матурлыҡҡа ынтылып, барса кешене һоҡландырып йәшәүсе матур ғаилә хаҡында. Мансур һәм Гөлгөл Ғәлиндарҙың ихатаһынан уҡ матурлыҡ башлана. Унда инеү менән әкиәт донъяһына юлыҡҡандай тояһың үҙеңде.


Матурлыҡ төшөнсәһен төрлө яҡлап аңларға була: күңел матурлығы, тышҡы матурлыҡ, кеше ҡулдары менән тыуҙырылғаны һәм оло ҡөҙрәт көсө менән тирә-йүнгә бирелгәне...
Бөгөнгө һүҙем Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында матурлыҡҡа ынтылып, барса кешене һоҡландырып йәшәүсе матур ғаилә хаҡында. Мансур һәм Гөлгөл Ғәлиндарҙың ихатаһынан уҡ матурлыҡ башлана. Унда инеү менән әкиәт донъяһына юлыҡҡандай тояһың үҙеңде. Гөлгөл Иршат ҡыҙының исеме есеменә тап килеп тора. Урамдағы аллы-гөллө сәскәләргә ҡарап хайран ҡалаһың! Ә ундағы төрлө йәнлек һындарын, беседканы күреп йорт хужаһының алтын ҡуллы икәнлеген төҫмөрләргә була. Буш пластик шешәләрҙән, тәгәрмәстәрҙән нимә генә эшләнмәгән! Арыраҡ үтәбеҙ...Бында ниндәй генә емеш-еләк үҫмәй! Ағастарҙың да төрлөһө бар! Булдыҡлы хужабикә ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, турамалар эшләүгә оҫта. Оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге хужалыҡта ашнаҡсы булып эшләгән Гөлгөл Иршат ҡыҙы аш-һыуға бигерәк маһир шул! Ул бешергән бәлештәр телеңде йоторлоҡ. Ҡасан ғына барма, уның өҫтәле аш-һыуҙан, тәмлекәстәрҙән һығылып тора!
Ғәлиндар күпләп ҡош-ҡорт тота. Йыл да 50-60-лап ҡаҙ, бройлер үҫтереп алалар.
Өлгөлө ғаилә ауыл хакимиәте тарафынан бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, Почет грамоталарына лайыҡ булды. Йорт хужаһы Мансур Ибраһим улы Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләһә, Гөлгөл Иршат ҡыҙы әле хаҡлы ялда. Тырыш, бөтмөр ғаиләлә ете бала – 6 ҡыҙ һәм 1 ул буй еткерҙе. Айгөлдәре – Сибайҙа, Яҙгөлдәре – Баймаҡта, Наҙгөлдәре Сорғот ҡалаһында үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Улдары Илнур быйыл финансист һөнәренә диплом алды. Уралиә, Азалия, Розалия – мәктәп уҡыусылары. Уларҙың һәр береһе ата-әсәһенә оҡшап эшһөйәр, тырыш.
Баланың балаһы балдай татлы булыуын да белә Ғәлиндар. Ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп туя алмай Гөлгөл һәм Мансур. 30 йылдан ашыу тиң-тигеҙ, матур донъя көткән ғаиләнән татыулыҡ серен дә һораным.
  • Бер-береңде аңлап, үҙ-ара кәңәшләшеп йәшәгәндә тормош алға бара,- ти Гөлгөл Иршат ҡыҙы.
  • Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: ауылыбыҙҙы матурлыҡҡа, зауыҡҡа ынтылып йәшәүсе нәҡ ошондай өлгөлө ғаиләләр биҙәй.
    Альбина Байегетова.
    Читайте нас: