Тырыш һәм әүҙем рәсем уҡытыусыһы йортон да сын яһау итеп эшләп ултыртҡан. Бынан тыш, ауылда һәм мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙы ойоштороусы ла, һәр береһендә ихлас ҡатнашыусы ла ул. Ауылды төҙөкләндереү эштәрен ойоштороуҙа ла әүҙемлек күрһәтә Фирғәт Һиҙиәт улы.