Йәшелсәләрҙән ассорти салаты
Был салатты эшләү өсөн 5кг. йәшелсә (ҡыяр, помидор, һуған, кишер, болғар боросо), 3 аш ҡалағы тоҙ, 5 аш ҡалағы шәкәр, 150 мл үҫемлек майы кәрәк.
Әҙерләү: һуғанды әрсеп, ҡыяр, помидор менән бергә йыуып, барыһын да бер ҙурлыҡта турарға, кишерҙе таҙартып, йыуып, ҡырғыс аша үткәрергә. Болғар боросоноң эсендәге орлоҡтарын алып, йыуып башҡа йәшелсәләр дәүмәлендә турарға. Туралған йәшелсәләрҙе бер һауытҡа һалып, тоҙ, үҫемлек майы, һеркә ҡушып болғатҡандан һуң, һуты сыҡҡансы ике сәғәткә ултыртып торорға. Һуңынан утҡа ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас, 10 минут тоторға. Стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.
2 кг ҡыяр, 0,3 кг һуған, 20 г әнис, 12 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 7 аш ҡалағы һеркә кәрәк.
Әҙерләү: ҡыярҙарҙы йыуып 1,5 мм ҡалынлығында түңәрәкләтеп турарға. Әгәр ҡыярҙар эре икән, түңәрәктәрҙе урталай бүлергә мөмкин. Һуғанды әрсеп, ярым түңәрәкләтеп киҫергә, әнисте турарға. Әҙер йәшелсәләрҙе бер һауытҡа һалып, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы,һеркә ҡушып болғатҡандан һуң, бер тәүлеккә туңдырғысҡа ҡуйып торорға. Икенсе көн салатты стерилләнгән банкаларға һалып, банкаларҙы ҡайнар һыуҙа 15 минут тоторға һәм ҡапҡастарын ныҡлап ябырға.
Бер баш кәбеҫтәне, бер һарымһаҡты турап, бер уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 3 литрлы банкаға тултырабыҙ , бер нисә бөртөк ҡара борос һалабыҙ. 1,5 л һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 г шәкәр, 200 г аш һеркәһе һалып , тоҙлоҡ әҙерләп, банкаға ҡоябыҙ. 200 г көнбағыш майы һалабыҙ. Иртәгәһенә кетерҙәп кенә торған маринадлы кәбеҫтә әҙер буласаҡ.