10 баклажан, 10 помидор, 10 борос, 10 һуған, 150 г шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 100 мл һеркә, 120 мл үҫемлек майы кәрәк.
Әҙерләү: бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуып, һыуы һарҡҡас, түңәрәкләтеп турайбыҙ.
Кәстрүлгә иң элек үҫемлек майы ҡойоп йәшелсәләрҙе һалабыҙ. Шунан тоҙ, шәкәр, ҡушып болғатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, 15-20 минут тоторға, йәки, йәшелсәләрҙең йомшарыуын ҡарарға. Көймәһен өсөн болғатып торорға кәрәк. Банкаларҙы, ҡапҡастарҙы стерилләргә һәм әҙер
салатты эҫе килеш һалып, ябып ҡуйырға.