Абрикосты йыуырға, төштәрен сығарырға. Емеште ит үткәргес йәки махсус комбайн, блендер ярҙамында иҙергә. Әҙер массаға шәкәр һалырға һәм ҡайнатырға кәрәк.
Һыуынғас, фольга, клеенка йәки пергамент ҡағыҙына йоҡа итеп йәйеп һалырға. Елләп торған урында киптерергә. Мейестә лә киптерергә мөмкин.