Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
1 Август 2019, 16:01

КЕЙЕҘ БАҪЫУ—ХАЛҠЫБЫҘ ШӨҒӨЛӨ

Кейеҙ баҫыу–башҡорт халҡының борондан килгән шөғөлө. Үҙ заманында ул халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе булған. Кешеләрҙе матурлыҡ серҙәренә өйрәтеү һәм ата-бабаларыбыҙҙың шөғөлөн кире тергеҙеү маҡсатында Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина Сибай ҡалаһында кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора.

Кейеҙ баҫыу–башҡорт халҡының борондан килгән шөғөлө. Үҙ заманында ул халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе булған. Кейеҙҙе, ғәҙәттә, аҡ, ҡара, йәки ҡатнаш йөндән баҫҡандар. Ҡыҙҙарҙы кейәүгә оҙатҡанда бирнәһе араһында балаҫ, юрған, яҫтыҡтан тыш, мотлаҡ рәүештә баҫылған кейеҙ ҙә булған. Сөнки кейеҙ көндәлек тормошта бик кәрәкле әйбер тип иҫәпләнгән. Бынан тыш, ата-бабаларыбыҙ ҡара йөндән баҫылған кейеҙҙең төрлө ауырыуҙарҙан ярҙам итеүенә ышанған. Ә аҡ йөнлө кейеҙҙе килен төшөргәндә ҡулланғандар.
Әлеге көндә кейеҙҙе әүҙем ҡулланмаһаҡ та, оҙон ҡышҡы көндәрҙә уның бик тә ярап ҡалыуы мөмкин. Сөнки ул йылыны тота, һыуыҡтан һаҡлай. Бынан тыш, кейеҙҙән бик матур ултырғыс япмалары эшләргә лә мөмкин. Был һәр йортҡа үҙенсәлекле матурлыҡ өҫтәйәсәк.
Кешеләрҙе ошондай матурлыҡ серҙәренә өйрәтеү һәм ата-бабаларыбыҙҙың шөғөлөн кире тергеҙеү маҡсатында Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина Сибай ҡалаһында кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора. Быйыл был дәрестәр 4 августан 24 авгусҡа тиклем сәнғәт колледжы алдында үткәреләсәк. Яҡынса 7-8 дәрес булыуы көтөлә. Ә инде 24 август ҡала көнөндә үтәсәк Кейеҙ байрамында һәр кем эшләгән эшен күргәҙмәгә ҡуя ала.
Традицион кейеҙ баҫыу оҫталыҡ дәрестәренә теләгән кеше килә ала. Билдәле булыуынса, кейеҙ баҫыу өсөн һарыҡтың көҙгө йөнө ҡулланыла. Уның тетелгән булыуы ла мотлаҡ. Шуға күрә тетелгән әҙер таҙа йөн алып килеү зарур. Шулай уҡ “Эффект” тип аталған кер һабыны ла кәрәк буласаҡ.
Кейеҙ баҫыу еңел генә уйын эш түгел. Ул сослоҡ, әрһеҙлек талап итә. Ситтән ҡарап тороп ҡына был һөнәргә өйрәнеү мөмкин түгел. Оҫталыҡ дәресе үтергә теләүселәрҙән әрһеҙ алмаш кейем, калуш алып килеү талап ителә. Һыуланмай торған алъяпҡыс булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙергә, ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлгә өйрәнергә теләүселәр, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәренә рәхим итегеҙ.
Н. Сәйғәфәрова.
Читайте нас: