

Боҫҡоновтарҙың ғаилә тарихы ла бик күңелле хәтирәләрҙән башлана. 1979 йылда йәштәр Йылайыр районының Сәлим ауылында Рәлиә Хәлит ҡыҙының апайының туйында таныша. Ҡыҙ үҙе лә Йылайыр районының Ҡамыш-үҙәк ауылынан. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты ҡабына. Был ваҡытта Зөфәр Боҫҡонов Өфө ауыл хужалығы институтында иҡтисадсы һөнәренә уҡып йөрөһә, Рәлиә Юлдыбай һөнәрселек училищеһында белем ала. Күп тә үтмәй гөрләтеп туй үткәрәләр. Йорт хужаһы хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай. 1985 йылдан алып Атингән ауылында йәшәйҙәр. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы өс балалары донъяға килә, әле 3 ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй һәм олатай улар.
—Хаҡлы ялға сыҡҡас, йәшлектең икенсе осоро башлана тигәндәре хаҡ икән,–тип һүҙ башланы Рәлиә ханым.—Йәшерәк саҡта эш, балалар тәрбиәләү, донъя көтөү алғараҡ ҡуйылһа, әле яратҡан шөғөлдәргә күңел тартыла. Ҡартым үҙе яратҡан баҡсасылыҡ менән мауыға, мин ҡул эштәре менән булышам. Балалар ҙа йыш ҡайтып тора, йорт тирәһендә ярҙамлашалар.Ҡул эштәрен ҡышҡы оҙон кистәрҙә генә түгел, йәйен дә ҡулыма алам. Быйыл ямғырлы көндәр бигерәк тә ярап ҡалды, әле сумка эшләүгә тотондом. Хәҙер интернеттан барыһын да үҙаллы өйрәнеп була, тик теләк кенә булһын. Төрлө жилет, кофталар бәйләйем, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр эшләйем. Һораусылар булһа һатып ебәрәм, бүләк итеп тә бирәм. Йәшәү йәме--мөхәббәттә һәм татыулыҡталыр, тип йыш ҡабатларға яратам. Туйҙа бер-беребеҙҙе күргәс тә ғашиҡ булдыҡ, тиһәк тә була. Шул саҡтағы оло һөйөүгә йылдар дауамында тоғро ҡала алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Донъя булғас төрлө хәлдәр була, әммә бер ваҡытта ла бер-беребеҙгә ауыр һүҙҙәр әйтмәнек, күңелдәребеҙҙе рәнйетмәнек. Бөгөн дә бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы, мөхәббәтлебеҙ. Ғүмер күҙ асып йомғанса, үтә лә китә икән ул. Шуға күрә йәштәргә әйтер һүҙем: яратып ҡауышҡанһығыҙ икән, бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, ҡәҙерләп йәшәгеҙ! Тормош--танһыҡ ҡанмаған сарсау ғына ул, ваҡытығыҙҙың, ғүмерегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!
Ҡатынының һүҙҙәрен ире Зөфәр ағай ҙа хупланы. Әле лә бер-береһенә һөйөү бағып, ҡартлыҡтарында бәхетле булған Боҫҡоновтарға артабан да ғаилә бәхете, балаларының изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Әйткәндәй,Рәлиә ханым беҙҙең «Атайсал» гәзитенә яҙылып, бүләкле лә булды. Бүләгегеҙҙе редакциянан килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ.
К.Ишбулдина
Һүрәттә: Рәлиә һәм Зөфәр Боҫҡоновтар.