

Хәйбулла районы Аҡъюл ауылынан хәбәр итәләр:
- «Балалар планетаһы» программаһы сиктәрендә бөгөн балалар менән Тамара Ғәниеваның «Сәскә - сәғәттәр» хикәйәһе менән таныштыҡ һәм ауыл янындағы болонға сығып сәскәләрҙең төрҙәрен өйрәнеп , «Сәскә - сәғәт»те беҙ ҙә эшләп ҡуйҙыҡ.
Сәскәләр хаҡында әкиәттәр, легендалар, йырҙар сығарыла. Һылыу ҡыҙҙарға сәскә исеме бирелә: Миләүшә, Сөмбөл, Рауза, Ынйы, Гөлсәсәк, Гөлнур, Гөлназ, Нәркәс..
Сәскәләр, сәскәләр, сәскәләр... Уларҙың күбеһенең исемдәрен дә белеп бөтөрлөк түгел. Буяуҙары күҙҙең яуын ала. Алһыуҙары, күктәре, ҡыҙылдары, аҡтары, зәңгәрҙәре, һоролары, һарылары, сирень төҫөндәгеләр һәм тағы ла әллә ниндәй, әллә ниндәй тел менән аңлата алмаҫлыҡ төҫтәгеләре бар.
Сәскәләрҙең тағы ла бер изгелекле, кешегә хеҙмәт итә торған сифаты һирәк иҫкә төшә. Улар ваҡытты күрһәтә. Таң атҡанда, тажын асып, эңерҙә көн менән хушлашып йомарланғандарын беләбеҙ.Ә бит сәскәләр, тәүлек әйләнәһенә бер-бер артлы асылып йә йомолоп, теп-теүәл ваҡытты иҫкәртә.
Беҙ йәшәгән Башҡортостан тупрағында, мәҫәлән, нәҙек кенә һабаҡлы һары төҫтәге болон сәскәһе үҫә. Кәзә һаҡалы, тип йөрөтәләр. Ана шул сәскә иртәнге дүрттә күҙҙәрен аса. Уның артынса, күп тә үтмәй, ялбыр керпектәрен елгә елберләтеп, мәк сәскәһе уяна. Билсән сәскә ата. Көнгә тура ҡарар ваҡыты — иртәнге алты. Ошо уҡ ваҡытта кирелә-кирелә бәпембә уяна, етендең зәңгәр күҙҙәре болонға диңгеҙ төҫөн индерә. Шул рәүешле сәскәләр бер- бер артлы ваҡытты белдереүҙе дауам итә. Тәбиғәттең дә ваҡытты белдергән үҙ сәғәте бар, беҙгә күҙәтеп, өйрәнергә һәм һаҡларға ҡала.