АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Тәрбиә
22 Июня , 09:15

Кешегә рәхмәт әйтә белмәгән — Аллаһҡа ла шөкөр итә белмәҫ!

Йыш ҡына әҙәм балалары кешенең ҡулына ҡарап баһа бирә. Кемдер аҡса бирһә — йомарт тибеҙ, кемдер ауыр саҡта ярҙам итһә — яҡшы кеше тибеҙ. Ләкин иң оло яҡшылыҡтың, иң бөйөк ярҙамдың үлсәүе — аҡса ла, донъя малы ла түгеллеген онотабыҙ.

 

 

Бер мөслимә намаҙ уҡый башлағас үҙенең балалары : «Ҡустың үҙ ғүмерендә һиңә бер генә яҡшылыҡ эшләне —ул да булһа, дин тураһында һөйләй торғас һине дингә баҫтырҙы», — тип көләләр.
Улар был һүҙҙәрҙең ни тиклем ауыр икәнен аңламайҙар,улар өсөн «дингә баҫыу» — ни бары тормош рәүешен үҙгәртеү, бер төрлө ҡылыҡ ҡына кеүек.

 

Ә бит асылда, шул «бер яҡшылыҡ» –донъялағы бөтә алтын-көмөштән, бөтә мал-мөлкәттән ҡиммәтлерәк!
Әлбиттә ағаһы туғандары өсөн бик күп изгелектәр эшләгән, әммә әҙәм балалары онотоусан, итеп яралтылған.

 

Уйлап ҡараһаҡ әгәрҙә ошо,
инде ҡырҡҡа етеп барған "балаларға" кемдер алтын һарай бүләк итһә, уға ғүмер буйы рәхмәтле булырҙар ине.

 

Кемдер беҙҙең ҡулыбыҙҙан тотоп, упҡын ситендә торғанда тартып алып ҡалһа, һәм мәңгелек Ожмах баҡсаларына илтеүсе һуҡмаҡҡа илтә торған юлды күрһәтһә,был яҡшылыҡты ниндәй үлсәү менән үлсәп булыр ине икән, ундай үлсәм табылырмы?

 

Балалары әсәһенең дингә килеүенә бәлки, тыштан шатланаларҙыр,әммә ләкин күңелдәре менән ағалары ниндәй ҙур изгелек эшләгәнен аңлап етмәйҙәр.Ул сәбәп эшләгән – Аллаһ Тәғәлә апайын тура юлға күндергән.
Һәр кешенең хаҡ дингә килеүе– Аллаһ рәхмәте.

 

Иманлы әсәләр балалар өсөн — доға ҡылыусы, уларҙың нәҫеленә бәрәкәт һораусы тере бер таяныс. Әсә кешенең намаҙға баҫыуы,хижәп кейеүе— ул ғаиләнең күгендә ҡояш сығыу менән бер. Был — балалар өсөн дә Ожмах ҡапҡаһына юл алыуҙыр бәлки, сөнки әсәһенең доғаһы ҡабул булһа насар тәҡдире үҙгәреп,кешегә бәхет йылмайыуы мөмкин.

 

Кешеләр биргән мал таушала, аҡса бөтә, ярҙам иҫкереүсән... Ләкин иманға сәбәпсе булыу — ул мәңгелек бүләк. Ҡустыһы асылда апаһына ике донъяның бәхетенә асҡыс тотторорға сәбәп эшләгән. Ул асҡыстың ҡәҙерен аңлау өсөн күңел күҙе асылыу кәрәк.

 

Шулай, фани донъяла кешеләр «күберәк биреүсегә»шөкөр итә. Ләкин иң яҡшы кеше — һине донъя батҡағынан һөйрәп сығарып, Раббыңа яҡынайтыусы кеше. Көлөүселәр көлә торһон,тип иманға килгән йән һәр һулышында шул «сәбәпсе булған» туғанына рәхмәт уҡый. Сөнки ул туған —Аллаһтың аяттарын кешеләргә еткереүсе .

 

Әгәр ҙә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә тормош юлында кемделер осраттырып, шул кеше аша Хаҡ дин юлын күрһәткән, донъя мәшәҡәттәрен еңеләйткән икән — был һис тә осраҡлы түгел. Был — Раббыбыҙҙың оло хикмәте. Тимәк, беҙгә изгелеккә, тормошобоҙҙоң яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә сәбәпсе булған һәр йәнгә рәхмәтле булыу — Аллаһҡа шөкөр итеүҙең бер өлөшө булып тора.

 

«Кешегә рәхмәт әйтә белмәгән — Аллаһҡа ла шөкөр итә белмәҫ!»
тип әйткән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһиссаләм.

 

Раббыбыҙҙың һөйөклө, изгелекле ҡолдарынан булырға яҙһын!

 

Рәхмәтле булайыҡ!

 

Миндиниса Ҡолмөхәмәтова

Автор:
Читайте нас