

Белем усағы һәр төрлө грант конкурстарында ҡатнашып тора. Быйылғы уҡыу йылында улар «Сибай геройҙар өсөн» проекты тәҡдим итеп, Президент гранттарында еңеү яулап, уның сиктәрендә бирелгән 527 мең һумға фотоаппарат, ноутбук, штатив, хромакей, яҡтылыҡ ҡоролмалары, әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн сейф алды. Нәҡ ошоларға өҫтөнлөк биреүҙәренең дә сере ябай: улар махсус хәрби операция яугирҙәре хаҡында видеояҙмалар әҙерләне.
—Уҙған 2025 йыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итеү йылы булыуын һәм йәш быуында пат-риотик рух уятыу кәрәклеген иҫәпкә алып, ошо юҫыҡтағы проект тәҡдим иттек. Әгәр проектта еңһәк, уҡыу йорто телевидениеһын йыһазландырырға ниәт иткәйнек. Маҡсатыбыҙға өлгәштек. Әлбиттә, грант конкурсында ҡатнашыу ауыр түгел, әммә унда еңеү яулар өсөн ярайһы ғына көс һалырға кәрәк. Уҡыу йылы дауамында уҡыусылар һәм кураторҙар Гөлсинә Азамат ҡыҙы Нәүширбанова, Данил Рәшит улы Әбделғазин ярҙамында видеояҙмалар әҙерләнек. Махсус хәрби операция батырҙарын йыраҡтан эҙләмәнек, сөнки коллегаларыбыҙ һәм сығарылыш уҡыусыларыбыҙ араһында улар бар. Шулай уҡ коллегаларыбыҙҙың ирҙәре, улдары, уҡыусыларыбыҙҙың ағайҙары, атайҙары ил тыныслығы һағына баҫҡан замандаштарыбыҙ. Проектҡа ярашлы, 10 яугир хаҡында видеояҙма төшөрҙөк. Геройҙарҙың өйҙәренә барҙыҡ, осраштыҡ, һәләк булыусыларҙың яҡындары яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уларҙың йөрәк яраларын ҡуҙғатыу берсә һағышҡа һалһа, батырҙарыбыҙ хаҡында тарихи хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ индерә алыуыбыҙ ҡыуандырҙы. Киләсәктә был видеояҙмаларҙы ҡалабыҙ мәктәптәре уҡыусыларына күрһәтергә иҫәп бар. Әйтергә кәрәк, проект эшен уңышлы атҡарып сыҡҡас, дәртләнеп киттек. Беҙҙең арала геройҙар күп, улар хаҡында ла шундай видеояҙмалар әҙерләү теләге уянды. Уҡыусыларға лә тере яугирҙәр, уларҙың яҡындары менән осрашыу, аралашыу оҡшаны. Видео һәм фото төшөрөү, әңгәмәләшеү йәһәтенән тәжрибә тупланылар. Бөгөн беҙҙең гимназия-интернат стенаһында «Дан стенаһы» ла барлыҡҡа килде. Беҙҙе көн дә үҙ илен, халҡын яратҡан, беҙҙең тыныслыҡты һаҡлаған батырҙар фотоһүрәте ҡаршы ала. Быларҙың барыһы ла патриотик рух уята,—ти проект етәксеһе, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Марина Машалла ҡыҙы Хилалова.
Ошо көндәрҙә проект эшенә йомғаҡ яһалды, видеояҙманан өҙөктәр күрһәтелде, һәләк булыусы һәм әлеге көндә ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйып именлек хаҡына көрәшеүселәрҙең яҡындарына һүҙ бирелде. Видеояҙмала Әсмәндийәров Зөлфәт Әхәт улы (гимназия-интернат уҡытыусыһы Иҙел Әхәт улының бер туған ағаһы); Илназаров Илгиз Рим улы (уҡытыусы Миңһылыу Әғзәм ҡыҙы Тләүҡабулованың улы); Раҡаев Александр Дорвардович (гимназия-интернаттың шәфҡәт туташы Лилиә Сәйфетдинованың ире); Йәнтилин Рөстәм Хәмитйән улы (тәрбиәсе Гөлфиә Хәмитйән ҡыҙының бер туған ҡустыһы); Климанова-Сафина Нәйлә Ирек ҡыҙы (гимназия-интернаттың сығарылыш уҡыусыһы); Бикташев Эдуард Ирек улы (уҡытыусы); «Шах» исемле яугир (уҡытыусы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханованың улы), Исҡужин Вилүр Рамаҙан улы (сығарылыш уҡыусыһы); Асҡаров Илгиз Әмир улы (замандашыбыҙ); Нәзиров Вил Роберт улы (гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Әдиләнең атаһы) тураһында һүҙ бара. Сараға нәҡ уларҙың яҡындары саҡырылды. Ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә белем усағы директоры Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов сәләмләне, проект-ты атҡарып сығарыусыларға рәхмәт белдерҙе. Артабан барыһының да иғтибары экранға йүнәтелде. Блиндажда Башҡортостан флагын тотоп шат йылмайып торған Зөлфәт Әхәт улының иҫтәлеккә ҡалған видеояҙмаларын уның атаһы Әхәт Ибраһим улы, ҡустыһы Иҙел Әхәт улы ғына түгел, залда ултырыусылар тыныс ҡарай алманы. Үҙ теләге менән ил һағына баҫҡан рухлы ир-азаматты бөгөн яҡындары бик юҡһына.
—Беҙҙең Мерәҫ ауылынан 40-ҡа яҡын егет махсус хәрби операция ҡатнаша. Ағайым 2025 йылдың ғинуар айында киткәйне, апрель айында һәләк булды тигән хәбәр алдыҡ. Ағайым шул тиклем көслө рухлы, ҡыйыу кеше ине. Нәҡ шундайҙар ғына тыуған иле өсөн ғүмерен фиҙа ҡылырға әҙерҙер, патриоттар ғына шундай аҙымға бара,—тине Зөлфәт ағаһын һағынып һәм уның менән ғорурланып Иҙел Әхәт улы Әсмәндийәров.
Махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан Илгиз Илназаровтың әсәһе Миңзәлә Әғзәм ҡыҙы Тләүҡабулова—ғүмеренең 53 йылын мәғарифҡа арнаған уҡытыусы. Уның улы хаҡындағы яҙма әлеге проектҡа ингән. Миңзәлә Әғзәм ҡыҙы проектҡа йомғаҡ яһау сараһында бик матур сығыш яһаны.
—Балам яуҙан иҫән ҡайтҡанға ҡыуаныусы бәхетле әсәмен. Көнө-төнө доға ҡылдым, әле лә доғаһыҙ йәшәмәйем. Эйе, улыма тыныс тормошҡа, яңынан йәшәргә өйрәнергә көс һәм ваҡыт кәрәк. Ул был һынауҙарҙы еңеп сығырына ышанам. Әммә бөгөн дә йөрәк һыҙлай. Махсус хәрби операцияла йөрөгән һәр кемде үҙ баламдай ҡабул итәм һәм уларҙың яҡындарына рух ныҡлығы теләйем. Улым Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә булғайны, тәжрибәле ине, шуға хәрби операцияға саҡырылғас, аңлы рәүештә юлланды. Бәйләнешкә сыҡмаһа, борсола инек. Бер мәл ике айҙан ашыу хәбәре булманы. Унан сәс-һаҡал баҫҡан, бысраҡ ир-егеттең фотоһы килде, ул алғы һыҙыҡтан килеп сыҡҡан улым ине. Яугирҙәрҙең үҙ-ара татыу, дуҫ, ярҙамсыл булыуын беләм. Залда ултырыусы уҡыусыларға мөрәжәғәт иткем килә: үҙ-ара татыу булығыҙ. Һеҙҙең дә махсус хәрби операцияға мөнәсәбәтегеҙ бар. Кемегеҙҙеңдер атаһы, ағаһы һәләк булған. Улар рухына тап төшөрмәгеҙ. Яҡшы уҡығыҙ, яҡты уйлы булығыҙ. Герой парталарына һаҡсыл ҡарағыҙ, ҡәҙерләгеҙ,—тип кәңәштәрен еткерҙе.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова ла проекттың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып сығыш яһаны.
—Оло әһәмиәткә эйә булған, мәртәбәле проектты атҡарып сығарыусы коллегаларыма, дирек-торыбыҙ Нияз Ғибәҙәт улына оло рәхмәтлебеҙ. Был видеояҙмаларҙа минең улым хаҡында ла һөйләнелә. Улым бәләкәй сағында урындағы телевидениела тапшырыуҙар алып барҙы, сәнғәт мәктәбен тамамланы. Әммә үҫә килә ҡарашы үҙгәрҙе, ул информатика юлын һайланы. Сибай педагогия колледжын, унан институт тамамланы. Бөгөн ул махсус хәрби операцияла бәйләнеш батальонында хеҙмәт итә. Айназ бер йыл булһа ла ошо гимназия-интернатта уҡып китте. Әйтергә кәрәк, был белем усағын тамамлаған 19 уҡыусыбыҙ, 2 уҡытыусыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашты. Бер коллегабыҙ хәбәрһеҙ юғалды. Батыр егет—ил күрке, тиҙәр. Яугирҙәребеҙгә, уларҙы үҫтереүсе ата-әсәләргә, ирҙәрен тоғро көтөүсе кәләштәргә дан! Бергәләшеп тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләйек, доғалы булайыҡ,—тине Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы.
«Сибай» 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаттың шәфҡәт туташы Лилиә Сәйфетдинова махсус хәрби операцияла һәләк булған ирен һағынып иҫкә алды.
—Ул миңә һәр саҡ Лиличка тип яратып ҡына өндәште. Үҙе барырға ҡарар иттте лә: «Бер ни өндәшмә, мин барам»,—тине. Беҙгә ҡаршылашырға ирек тә бирмәне. «Ҡайтырмын»,—тип киткәйне лә бит, ҡайта алманы. Яҡшы ир, яҡшы атай ине...—тип күҙенә йәштәр алды Лилиә Камил ҡыҙы.
Шулай видеояҙмалар тере сы-ғыштар менән үрелеп барҙы. Улар-
ҙы гимназия-интернат уҡыусыларының патриотик йырҙары биҙәне. Шулай уҡ сарала яраланып ҡайтыусы яугир Илдус Риф улы Ҡурамшин ҡатнашты. Ул да проект авторҙарына ҙур рәхмәт белдерҙе.
—Алғы һыҙыҡтағы егеттәр нимә эшләргә үҙҙәре белә, улар хәрби йөкләмә үтәй. Ә бында беҙгә ныҡлы тәрбиә алып барырға кәрәк. Тегендә ҡот осҡос ҡанлы һуғыш барһа, бында күҙгә күренмәҫ яман алыш бара. Мәғлүмәт һуғышы күпкә яман. Балаларҙың аңы томаланмаһын ине. Һәр кем үҙ илен, ерен, халҡын яратып, ҡәҙерләп, уға тоғро булып үҫергә тейеш. Был йәһәттән ошондай проект эшләүегеҙ юғары баһаға лайыҡ. Саҡырыуығыҙға рәхмәт. Уҡыусыларға шуны әйтер инем: илегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе яратығыҙ!—тине яуҙа ике аяғын юғалтһа ла ныҡлы рухын юғалтмаған Илдус Риф улы.
Яугирҙәр хаҡында видеояҙмалар ҡарағандан һуң, проектты тормошҡа ашырыусы кураторҙарға, уҡыусыларға һәм видеояҙмала ҡатнашыусы яугирҙәрҙең яҡындарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Артабан барыһы ла гимназия-интернаттың «Хәрби Дан» музейына барҙы. Бында халҡыбыҙҙың көнкүрешен, йолаларын сағылдырған әйберҙәр менән бер рәттән махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған мөйөш бар. Ул йылдан-йыл тулылана бара һәм уҡыусыларҙа илһөйәрлек сифаты тәрбиәләүҙә ҡулланыла. Шулай уҡ сараға килеүселәр белем усағының беренсе ҡатында урынлашҡан «Дан стенаһын» асыуҙа ҡатнашты. Бында, юғарыла әйтеүебеҙсә, яугирҙәрҙең фотоһүрәттәре ҡуйылған.
Тәмле сәй артында ололар һәләк булыусы яугирҙәргә доға бағышлап, илебеҙгә именлек теләгәндән һуң, барыһы ла гимназия-интернат баҡсаһына ағас ултыртырға сыҡты. Үҫентеләр тыныс күк йөҙө аҫтында ҡояшҡа үрелеп үҫер, киләсәктә улар янында илен, телен, халҡын яратҡан ҡыҙҙар-малайҙар фотоға төшөр, атай-ағайҙарының батырлығы менән ғорурланыр, уларға рәхмәт әйтер тип ышанғы килә.
Резеда Усманова.