АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Тәрбиә
13 Мая , 03:10

«Атайсал» дуҫтары менән көслө

Әйләнә лә килә яҙҙар, тигән кеүек, гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы ла яҙлы-көҙлө килә лә етә. Әммә был осор беҙҙең өсөн бер ҙә ауыр түгел, сөнки күҙ терәп барыр дуҫтарыбыҙ, бағыусыларыбыҙ бар. Был юлы ла уларҙың ярҙамын тойҙоҡ һәм гәзитебеҙ аша сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдереп, гел шулай асыҡ ҡуллы, оло йөрәкле булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ. Иң беренселәрҙән булып «Атайсал»ды яҙҙыртыуға Сибай ҡалаһы «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов үҙ өлөшөн индерҙе:

Матбуғат--2026

-«Атайсал» төбәк гәзитен милләттәштәремә яҙҙыртыуҙан ситтә ҡала алмайым, сөнки Урал аръяғына таралған берҙән-бер башҡорт телендәге баҫма тәрбиәүи йәһәттән бик ҙур роль уйнай. Унда дини мәҡәләләр баҫылыуы халҡыбыҙҙы иманға әйҙәй, Аллаһ Тәғәләгә табынып йәшәүҙең берҙән-бер дөрөҫ юл булыуын күрһәтә.

Беҙ Раббыбыҙҙан еребеҙҙә, Ватаныбыҙҙа дуҫлыҡта һәм татыулыҡта, үҙ-ара хөрмәттә һәм яҡшы мөғәлләмәлә, хеҙмәттәшлектә, тик изгелектәрҙә генә ярышып, Ватаныбыҙ сәскә атһын өсөн фатихалы хеҙмәттә йәшәүебеҙҙе үтенеп һорайбыҙ! Президентыбыҙ Владимир Путин ҡушҡанса илебеҙ берлеген нығытыу һәм йәмғиәтте Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи һәм милли традицияларында туплау буйынса дәүләт сараларын хуплап, беҙ, мосолмандар, артабан да Ватаныбыҙ--бөйөк Рәсәйҙең тыныслығын, берлеген һәм ҡөҙрәтен һаҡлауға лайыҡлы өлөш индерергә тейешбеҙ!

Донъяла барған низағтарға, ҡурҡыныс фажиғәләргә һәм терроризмға, бәләләргә һәм ҡаршылыҡтарға битараф ҡала алмайбыҙ. Улар тормошобоҙға ҡайғы-хәсрәт менән күләгә төшөрә, йөрәктәребеҙгә борсолоу һала. Күп яфа күргән төбәктәрҙә тиҙерәк тыныслыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм тотороҡлолоҡ урынлашыуын, ир-егеттәребеҙҙең махсус хәрби операциянан тиҙерәк еңеү яулап, имен-һау ҡайтыуҙарын теләп, Раббыбыҙға ялбарабыҙ. Уның мәрхәмәте, рәхимлеге һанап бөткөһөҙ, был һынауҙарҙы ла илебеҙ еңеп сығарына иманым камил.

Тағы бер эскерһеҙ дуҫыбыҙ--шәхси эшҡыуар Айбулат Алик улы Уразбахтин:

-Юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт юлымды Сибай типографияһында гәзит баҫыусы булып башланым. Гәзит, полиграфия эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы беләм. Сифатлы тауар етештереү ул бер нәмә, булдырған тауарыңды һатыр кәрәк бит әле. Тап ошонда ҡыйынлыҡҡа осрай ҙа инде гәзит сығарыусылар. Әммә борсолорға урын юҡ: «Атайсал» гәзите йылда гәзиткә кешеләрҙе яҙҙыртыу планын үтәй. Әлеге ваҡытта ҡала типографияһында эш алып барғанлыҡтан, бер ҡыйыҡ аҫтында эшләгән «Атайсал» гәзите күңелемә ныҡ яҡын. Сөнки, эшмәкәрлегем, йәмғиәттә алып барған ағартыу эшем хаҡында мәҡәләләр тап ошо гәзиттә донъя күрә, уның аша Урал аръяғында йәшәүселәр мине танып белә. Гәзитте таратыуға өлөш индереүем фекерҙәремде, кеше таянып йәшәргә тейешле тормош ҡанундарын халыҡҡа еткереүгә булышлыҡ итеүе менән ҡиммәт. «Атайсал» менән бергә булдым, киләсәктә лә унан айырылмаҫҡа, тел, милләт, рух һағында торорға ниәтем ҙур.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас