--Баймаҡ районы Билал ауылында хәрби патриотик сара үтте. "Зарница"ға Билал, Һәмән, Өмөтбай ауылдары үҫмерҙәрҙәре, уҡыусылары йыйылды. Уйында ҡатнашыусылар үҙҙәренең көсөн, етеҙлеген, йылғырлығын "Сәпкә тейҙереү", тапҡыр атыу, мина эҙләү уйындарында күрһәтте.
Рәсүл Аманов үҙе бешергән ҡарабойҙай бутҡаһы менән һыйланы. Ҡайнар сәйҙәр эсереп, тәмлекәстәр өләште.
Барлыҡ хәрби күнекмәләрҙе балалар тырышып үтәне, яратып ҡатнашты. Иң мөһиме байрам уларға бик оҡшаны.
Балаларҙа хәрби патриотик , Тыуған илебеҙ менән ғорурланыу тойғоһо , яҡын кешеләребеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә арналған сараны үткәреүсе Рәсүл Амановҡа ҙур рәхмәт. Спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән Һәмән ауылы батыры махсус операцияла ҡатнашҡан Илгиз Асҡаровҡа, Һәмән ауылы старостаһы Азамат Йәрмухаметовҡа , Билал ауылы старостаһы Рамил Амановҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Билал ауылы хакимиәт башлығы Данис Рәфҡәт улы рәхмәттәр әйтеп, изге теләктәр теләне. Хәрби патриотик сарала ҡатнашыусылар һәр береһе грамоталар алып, иҫтәлеккә фотолар төшөп таралышты.
Уйынды үткәреүҙә ярҙам күрһәткән барыһына ла эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге, аяҙ күк йөҙө теләйем! Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!--тип хәбәр итәләр социаль селтәрҙә.