Әгәр эшләп йөрөгән булһалар, улар үҙҙәре биреүе хәйерле. Фытыр саҙаҡаһын ғаиләһе өсөн ир кешенең биреүе хуплана. Ул ҡатыны, балалары өсөн бирергә тейеш. Фытыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу өсөн, гонаһтарҙы бөтөрөү өсөн бирәбеҙ. Хәлле кешең өҫтөнән фытыр төшөрөлмәй. Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә уға биреү дөрөҫ була.
Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле, Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.)
Быйылғы иҫәпләп сығарылған күләме буйынса уртаса хәлле йәшәгәндәр 1 кеше өсөн 200 һумдан бирә. Байҙарға 1200 һумдан билдәләнгән.
-Фытыр саҙаҡаһы биргән кешенең гонаһтары ярлыҡана (паҡлана), уттан (йәһәннәмдән) ҡотола, ураҙаһы ҡабул була, йәннәткә инергә лайыҡлы була, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең изгелектәрен ҡабул ҡыла, сират күперенән йәшен тиҙлеге менән үтә, миҙан үлсәүендә изгелеге ауырыраҡ тарта, ураҙаһы ҡабул булмайынса, кире ҡайтарылмаҫ,--ти Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы ярҙамсыһы, остаз Мәһәҙи.
Фытыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында, йәғни, Ураҙа ғәйетенә ҡәҙәр бирмәһәң, аҙаҡ фытыр түгел, ябай саҙаҡа ғына була
Фытыр саҙаҡаһы бирелә:
Кемдәргә фытыр саҙаҡаһы бирелмәй:
Фытыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөреү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фытырҙы аҡсалата ла, ризыҡ менән биреү ҙә дөрөҫ.
Фытыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш. Доға уҡып ал тип кешене көсләргә ярамай, сөнки фытыр саҙаҡаһының, ғөмүмән, хәйерҙең ҡабул булыуы уҡылған доғанан түгел, ниәтеңә бәйле. Үҙ телең менән бер үҙеңдең ризалығыңа ошо мохтаж кешегә фытыр саҙаҡа бирәм тип эстән уйлау, йәғни ниәт ҡылыу ҙа етә.
Рамка эсенә
Фытыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға
-Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ Тәғәлә, фытыр саҙаҡаһы биреүсенең ураҙаһын ҡабул ит, доғаһын ҡабул ит гонаһларын ғәфу ит. Иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр, уны хәйерле маҡсатына ирештер.