Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
21 Февраль , 16:20

Мәҡәлдәрҙә—халыҡ аҡылы

Ҡайһы бер китаптар күләме буйынса ҙур, матур тышлыҡлы була. Әммә уларҙы ҡарап сыҡҡас та онотабыҙ. Ә бына биттәре туҙып, ҡырҡ урындан йәбештерелгән бәләкәй генә бер китапсыҡ уйымдан бер ваҡытта ла сыҡманы.

Мәҡәлдәрҙә—халыҡ аҡылы
Мәҡәлдәрҙә—халыҡ аҡылы

 

Мин уны тормошомдоң төрлө осорҙарында ҡулға алдым, уҡыным һәм ундағы ҡайһы бер мәҡәлдәр, ҡанатлы һүҙҙәр тормош девизына әүерелде. Һәм әле лә был китап минең өсөн үтә лә ҡәҙерле. Китаптың авторы--Ғәбит Ғәти улы Садыҡов, исеме--«Әйтелмәгән әйтемдәр» тип атала, 1992 йылда сыҡҡан. Һәр афоризм, мәҡәлдә, ҡанатлы һүҙҙәрҙә ҙур кинәйә, тәрән мәғәнә табырға була.

Ысынлап та, был китап тәрән фәлсәүи мәғлүмәте менән алтынға бәрәбәр. Шуға ла йоҡа ғына, бәләкәй китапты алтын кеүек ҡәҙерләп һаҡланым (алтын ҙур булмай). Миңә дөрөҫ йәшәү юл күрһәткән китап башҡаларға ла хеҙмәт итһен, ярҙамы тейһен тип уйланым. Ошонан сығып китапта яҙылған ҡанатлы һүҙҙәр, мәҡәлдәр, афоризмдар нигеҙендә метафорик ассоциатив карталар (МАК) булдырҙым.

Хәҙерге заманда боронғо халыҡ аҡылын—мәҡәлдәрҙе аңлау һәм ҡабул итеү яңыса төҫ ала. Тап метафорик ассоциатив карталар (МАК) ҡанатлы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тиҙерәк һәм яҡшыраҡ төшөнөргә ярҙам итә. Ике инструменттың берләшеүе үҙ-үҙеңде танып белеүҙә ифрат ҡыҙыҡлы алым булып тора.

Һүҙ һәм һүрәт берҙәмлеге

Мәҡәл--һүҙ менән әйтелгән метафора булһа, метафорик ассоциатив карталар--визуаль (күреү аша) метафора. Кеше мәҡәлде ишеткәндә һәм шул уҡ ваҡытта карталағы һүрәткә ҡарағанда, аңында ике төрлө ҡабул итеү каналы тоташа. Был мәҡәлдең мәғәнәһен ҡоро логика менән генә түгел, ә тойғолар аша үткәрергә ярҙам итә.

Шәхси аңлау (Проекция)

Боронғо мәҡәлдәр һәр кеше өсөн төрлөсә яңғырай ала. Метафорик карталар ярҙамында беҙ мәҡәлде үҙебеҙҙең тормош хәлебеҙгә яраҡлаштырабыҙ. Мәҫәлән, «Ағас һөйәге--тамыр, кеше һөйәге--туған» тигән мәҡәлгә ҡарата төрлө кеше төрлө карта һайлауы ихтимал. Берәү унда үҙенең ата-бабаларын күрер, икенсеһе--бөгөнгө дуҫтарын. Карта мәҡәлгә «йән» бирә.

Аң менән эшләү

Хәҙерге заман кешеһе мәҡәлдәрҙе артыҡ ябай йәки иҫкергән тип ҡабул итеүе бар. Әммә метафорик ассоциатив карталар аша ҡарағанда, мәҡәл аңда йәшерен ресурстарҙы асыусы асҡысҡа әүерелә. Был алым психологик тренингтарҙа, коучингта һәм терапияла киң ҡулланыла. Мәҡәл ҡағиҙәне бирә, ә карта--шул ҡағиҙәнең кеше тормошонда нисек сағылыуын күрһәтә.

Заманса интерпретация

Бөгөн беҙ мәҡәлдәрҙе өгөт-нәсихәт итеп кенә түгел, ә медитация һәм үҙ-үҙеңде анализлау инструменты итеп тә ҡулланабыҙ. Карталар мәҡәлдең мәғәнәһен киңәйтә, уны проблемаларҙы хәл итеү өсөн файҙаланыуға юл аса.

Йомғаҡлап әйткәндә, метафорик карталар--мәҡәлдәрҙең боронғо аҡылын хәҙерге кеше аңына еткереүсе заманса күпер. Улар бергә донъяның асылын аңларға һәм тормош һабаҡтарын тәрәндән ҡабул итергә ярҙам итә.

Метафорик ассоциатив карталар (МАК)--нимәне аңлата?

Метафорик карталар--төрлө һүрәттәр, пейзаждар, кешеләр йәки абстракт фигуралар төшөрөлгән карточкалар йыйынтығы. Уларҙың төп тәғәйенләнеше--кешенең аңы (подсознание) менән бәйләнеш булдырыу.

Карталарҙың төп мәғәнәһе:

  1. Аңға юл асыу: Кеше һүрәткә ҡарағанда, уның мейеһендә логик фекерләү түгел, а ассоциациялар эшләй башлай. Был үҙебеҙҙән йәшерелгән хис-тойғоларҙы, ҡурҡыуҙарҙы йәки теләктәрҙе тышҡа сығарырға ярҙам итә.
  2. Проекция законы: Картала «дөрөҫ» мәғәнә юҡ. Бер үк һүрәтте ике кеше ике төрлө күреүе ихтимал. Берәүҙә ул шик тыуҙырһа, икенсеһенә--өмөт бирә. Был кешенең эске донъяһындағы хәлде сағылдыра.
  3. Психологик һаҡланыу үтеү: Үҙебеҙҙе борсоған хәл тураһында һөйләүе ҡайһы ваҡыт еңел түгел. Ә карталағы һүрәт тураһында («бындағы герой үҙен яңғыҙ хис итә...») һөйләү күпкә еңелерәк. Был психологик кәртәләрҙе йомшарта.
  4. Ресурс табыу: Метафорик карталар проблеманы ғына түгел, унан сығыу юлдарын да күрһәтә. Улар кешегә үҙендәге көс һәм ҡеүәтте (ресурсты) асыҡларға ярҙам итә.

МАК ниндәй осраҡтарҙа ҡулланыла?

  • Үҙ-үҙеңде танып белеү өсөн.
  • Ҡатмарлы һорауҙарға яуап эҙләгәндә.
  • Стресс һәм хәүефле хис-тойғолар менән эшләгәндә.
  • Ижади илһам эҙләгәндә.

Ҡыҫҡаһы, метафорик карталар--күңел донъяһы менән һөйләшеү өсөн махсус «тел» йәки «көҙгө» булып тора. Улар кешегә үҙен яңы яҡтан асырға һәм тормош хәлдәренә яңыса ҡарарға ярҙам итә. Шулай уҡ башҡорт телен үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын пропагандалауға ла булышлыҡ итә. Метафорик карталарҙы һүрәтләп тормошҡа ашырыуҙа миңә Сибай ҡалаһының Креатив индустриялар мәктәбе уҡыусылары ҙур ярҙам күрһәтте. Донъялар буталып торғанда, тыныслыҡ булмаған мәлдә төрлө ҡанатлы һүҙҙәр яҙылған карталар кеше күңелен имләүсе, төңөлөүҙән ҡотҡарыусы таяныс булһын ине тигән теләктә ҡалам.

Миңзилә Рафиҡова, үҙмәшғүл.

фотолар автор архивынан

Мәҡәлдәрҙә—халыҡ аҡылы
Мәҡәлдәрҙә—халыҡ аҡылы
Мәҡәлдәрҙә—халыҡ аҡылы
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас