-Рамаҙан шәриф айы башлана. Ислам диненең биш терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү айы, сабырлыҡ, сәләмәтлек һәм тәрбиә айы булған Рамаҙан шәриф мөбәрәк булһын. «Эй һеҙ, иман килтергән бәндәләр! Һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде--бәлки, тәҡүәле булырһығыҙ»,–тиелгән Ҡөрьәндә («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 183-сө аят). Ошоға ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ. Изге айыбыҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәүсе әҙәм балаһы мул сауаптар ала.
Ураҙаның фарызы өсәүҙер: ниәт итеү, ашау-эсеүҙән, көндөҙ яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу. Ураҙа тотоу һәр бер балиғ һәм аҡылы камил булған мосолман ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға фарыз (мотлаҡ). Ураҙа тотоу тәртибе: ашау-эсеү (сәхәр) ҡояш сыҡҡансы 2 сәғәт алдан башҡарыла. «Иртәнге сәхәр ашы менән иртәнге намаҙ ваҡытының араһы илле аят ҡәҙәрле ваҡыт»,—ти Пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә. «Әгәр иртәнге намаҙға аҙан ишетелһә (сәхәр ашап ултырғанда), ашау-эсеү һауыты ҡулығыҙҙа булһа, ашап бөтмәйенсә һауытығыҙҙы ҡуймағыҙ» (Әбү Дауыт). Аҡшам намаҙына аҙан әйтелгәс (ҡояш байығас), ифтар--ураҙаны тамамлау, йәғни ауыҙ асыла.
Ифтар ҡылғанда пәйғәмбәребеҙ финик емеше йә таҙа һыу менән ауыҙ асырға ҡушҡан.
Ураҙаның файҙалы яҡтары бихисап. Беренсенән, кеше ризыҡты ҡәҙерләргә өйрәнә, исрафтан һаҡлана. Көндәрен ашамай-эсмәй үткәргәндәр шулай уҡ һаулығының, ваҡытының, башҡа кешеләрҙең ҡиммәтен яҡшыраҡ аңлай башлай, Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмерҙең асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Кемдер, ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның асығып йөрөүенә мохтаж түгел»,--тигән (әл-Бохари йыйынтығынан). Тимәк, ауыҙыбыҙҙы үлсәп асырға ла өйрәнергә тейешбеҙ. Ғөмүмән, Ислам һәр нәмәне уйлап һөйләүҙе талап итә.
Ҡайһы берәүҙәребеҙ, төрлө ауырлыҡтарға һылтанып, ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа тура килмәһен--бесән йәки ураҡ мәленәме, ҡышҡы селләгәме--фарыз ғәмәлде мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә: Ул ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Берәй мәл, мәҫәлән, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.
«Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин?»--тип һорайҙар. Ҡыҙ бала-9, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ тип һанала. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә хуплана. Шуны белеү мөһим: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ураҙа тотоу кешеләрҙе йәһәннәм утынан, боҙоҡлоҡтан, ауырыуҙарҙан һаҡлай. Ураҙа тотҡан кешенең организмынан артыҡ тоҙҙар һәм башҡа зарарлы матдәләр сыға.
Әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына ул Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала. Кемдер, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың һүҙенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә икән, уның ураҙаһының сауабы булмауы бар. Ауырыған осраҡта ураҙаны туҡтатып тороп, ҡазаға ҡалдырырға рөхсәт ителә. Раббыбыҙ беҙгә ауырлыҡ теләмәй. «Аллаһ юлында сарыф итегеҙ, әммә үҙегеҙҙе һәләкәткә алып бармағыҙ. Изгелек ҡылығыҙ, Аллаһ бит изгелек ҡылыусыларҙы ярата»,--тиелгән Ҡөрьәндә («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 195-се аят). Йәнә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәләмәтлеккә ҡарата иғтибарлы булырға өндәгән. Тик шуны ла онотмайыҡ: ураҙа күп кенә сирҙәрҙән шифа булып тора.
Рамаҙан айы--мосолманға хаҡ юлда нығыныу һәм ялғанын ҡалдырыу, тормошона үҙенсә баһа биреү һәм белмәгәндәрен өйрәнеү өсөн иң ҡулай осор. Һәр яңы Рамаҙан айы ғибәҙәт ҡылыусыларға үҙгәрергә, үҙеңде ситтән нисек итеп күрергә теләйһең, шундай булып китергә мөмкинлек бирә.
Рамаҙан--Аллаһ Тәғәләнең мөьминдәргә күрһәткән иң бөйөк мәрхәмәте ул. Балаларға ла ошоно төшөндөрөргә кәрәк. Улар был көндәрҙең һеҙгә ни тиклем ҡәҙерле икәнен күреп һәм белеп үҫһен. Балаларығыҙҙы намаҙҙарға, ифтарҙарға бергә алып йөрөһәгеҙ, йышыраҡ ҡыуандырып, дәртләндереп торһағыҙ, улар ҙа Рамаҙан айын йыл да һағынып көтөп алыр.
Аллаһ Тәғәлә ураҙаны башҡа изге эштәрҙән айырып билдәләгән. Бының сәбәбе шунда: намаҙ, саҙаҡа, хаж һәм башҡа ғибәҙәттәрҙән айырмалы, ураҙаны «кеше күрһен өсөн» тип тотоуы бик ауыр. Эйе, ысынлап та шулай, сөнки аслыҡ һәм эҫелек шарттарында һин үҙеңдең асылың һәм ғәҙәттәрең менән япа-яңғыҙ ҡалаһың. Үҙеңдең яман ғәҙәттәреңдән ҡотолоу өсөн ифрат шәп мөмкинлек. Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә әйтелеүенсә: «Рамаҙан айына тиклем йәшәп етеп тә, Аллаһтың ярлыҡауына өлгәшмәһә, өмөтһөҙлөккә һәм хәсрәткә төшөр кеше!»
Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәлә беҙгә мең айҙан яҡшыраҡ булған Ҡәҙер төнөн осратыу бәхетен биргән. Хәҙистәрҙә килеүенсә, Ҡәҙер төнөн--тап таҡ төндәрҙең береһендә, йәғни Рамаҙан айының 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы көндәрендә көтөү хәйерле.
Рамаҙан айында фитыр саҙаҡаһын биреү зарур. Ул мохтаж һәм фәҡир кешеләргә ризыҡлата ла, аҡса менән дә бирелә.
Фитыр саҙаҡаһын мәсеткә алып килмәүегеҙ хәйерле. Бер яҡтан, беҙгә уны таратаыу йәһәтенән мәшәҡәт өҫтәйһегеҙ, икенсе яҡтан эргә-тирәгеҙҙә мохтаждар булыуын белә тороп та мәсеткә алып килеп тапшырыу яраған эш түгел. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, атайҙары махсус хәрби операцияла булған балаларға бирегеҙ.
18 февралдән Раамаҙан айының ахырынаса мәсеттә тәрәүих намаҙҙары, йәғни өҫтәмә намаҙ уҡыла. Барығыҙҙы ла йәмәғәт менән тәрәүих намаҙын уҡырға саҡырабыҙ.
Аллаһ Тәғәлә ураҙа тоторға насип итһен, Рамаҙан изге эштәр менән тулы булһын, иншаллаһ.