-Һәр балаға йыл да ҡиммәтле бүләктәр ебәрә. Уларҙы алып түбәләре күккә тейгән, мөғжизәгә ышанған уҡыусыларҙы, кескәйҙәрҙең ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине! Ҡылған изгелектәре үҙенә меңләтә сауап булып ҡайтһын! Башҡа уңышлы эшләп йөрөгән, етеш йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа унан үрнәк алһа ине, ти Первомайка мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Рәшит ҡыҙы Күсәпова.-Викторҙың әсәһе Гөлсөм Кинйәбаеваға иһә ошондай шәп ул тәрбиәләгәне өсөн ҙур рәхмәт!
Әйткәндәй, Гөлсөм апай оло йөрәкле әсә. Үҙенең ике улы янына иш итеп бер туған ике баланы--Раиса һәм Викторҙы ҡанаты аҫтына алып, әсә һөйөүенә сорнап, матур итеп тәрбиәләгән. Тәрбиәгә алған ҡыҙы ла, улы ла бер ваҡытта ла әсәйҙәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тырышып уҡып һөнәр алалар, тормош ҡоралар, үҙ эштәрен асалар. Виктор башта Первомайка мәктәбендә, унан Баймаҡ лицей-интертатында уҡый. 11-се кластан һуң Мәскәүҙең Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетына уҡырға инә. Көндөҙ уҡып, төндә эшләп, әсәһенә көс төшөрмәй ул. Тырышлығы, ныҡышмаллығы менән үҙенә юл яра, уңыштарға өлгәшә, Мәскәүҙә төпләнә. Башҡорт ҡыҙына өйләнгән, ҡыҙы бар. Раиса ҡыҙы ла кейәүҙә, ире менән татыу, матур йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр
Гөлсөм Кинйәбаеваның үҙ улдары ла тормошта ныҡлы аяҡҡа баҫҡан, шәп, уңған ғаилә башлыҡтары, эшҡыуарҙар. Бәхетле әсә һәр балаһының уңышына һөйөнөп йәшәй.
Гөлдәр Ҡадаева.