Баласаҡ—бик ҡыҫҡа ваҡыт аралығында дауам иткән бәхетле осор. Шунлыҡтан беҙ уны наҙ менән һаҡларға һәм ҡурсаларға тейешбеҙ. Беҙгә, тәрбиәселәргә, балаларҙы шәхес булараҡ формалаштырыу, тыуған илебеҙҙең ысын патриоты итеп үҫтереү бурысы ҡуйылған. Ошо йәһәттән Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында бик күп эштәр башҡарыла.
Баҡсабыҙҙа «Ватанды һаҡлаусылар йылы» уңайынан тәрбиәләнеүселәр тантаналы рәүештә «Йәш кадетсылар» сафына алынды.Төркөмдә барыһы 23 тәрбиәләнеүсе—14 малай, 9 ҡыҙ. Балалар баҡсаһы сиктәрендә үткән тематик дәрестәрҙә, фәһемле осрашыуҙарҙа, төрлө байрамдарҙа улар актив ҡатнаша.
Йәш кадетсылар төркөмөнә алыныу тураһында хәбәр ишеткәс, ата-әсәләр ҡыуанып риза булды. Тәрбиәләнеүселәрҙең үҙҙәренә генә тегелгән формалары бар. Төркөмдә командир итеп Тимур Сыңғыҙов һайланды, ә гимны итеп «Ерҙән һалдат атлай йыры» тәҡдим ителде.
Балалар баҡсаһында, төркөмдә үткән барлыҡ сараларҙа ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Байрам булһынмы, осрашыуҙар үткәрелһенме—ата-әсәләр иртә менән балалар янында, кейенергә ярҙам итә. Бигерәк тә Р.Р.Миндеғолова, Г.В.Мурзаева, Р.С.Күсәрбаева, А.Т.Тимербулатова, Г.Ю.Байрамғолова, А.Х.Вәлиева, Д.И.Йәнәлина, Д.Б.Кәлимуллина, З.Ф.Ҡудашевтарҙы билдәләп үтергә була. Барлыҡ ата-әсәләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Улар менән берлектә «Һабынлы бум» акцияһында, йәрминкәләрҙә, МХО яугире менән осрашыуҙа ҡатнаштыҡ, «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр үҙәгенә экскурсияға барҙыҡ. МХО яугирҙәренә гуманитар ярҙам оҙатыуҙа ла төркөм бәләкәстәре ата-әсәләре менән берлектә әүҙем ҡатнаша.
Төркөмдә «Патриотик мөйөш», «Изгелек мөйөшө» булдырылған, даими тулыланып тора. Кескәйҙәр артабан да һынатмаҫ, тыуған илебеҙҙең лайыҡлы граждандары, рухлы, ышаныслы, илһөйәр, тыуған илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булырҙар тип ышанам.
В.Иҫәнғолова, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы «Айыуҡай» балалар баҡсаһы.