Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Ноябрь 2025, 21:45

Ана шунан килә инде йылан-мыланға аят уҡыйыҡ, тиеү

Ҡатын-ҡыҙҙар ғына мәжлесе, һин аят уҡырһың, тине. Мәленә барып, өҫтәл артына ултырышҡас, инәй, ниәтеңде әйт, тейем. Әрүахтарын һанап сыҡты ла, әллә ниндәй башлы йыланға ( исемен онотҡанмын) уҡы, тей. Минең күҙҙәр дүрт булды:"Ҡуй, инәй, мин ундай йылан-мыланға аят бағышламайым, ундай нәмәне лә белмәйем, әрүахтарыңа ғына уҡыйым,"- тим...

Ана шунан килә инде йылан-мыланға аят уҡыйыҡ, тиеү
Ана шунан килә инде йылан-мыланға аят уҡыйыҡ, тиеү


Бынан бер 4-5 йыл әүәл бер инәй аятҡа саҡырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына мәжлесе, һин аят уҡырһың, тине. Мәленә барып, өҫтәл артына ултырышҡас, инәй, ниәтеңде әйт, тейем. Әрүахтарын һанап сыҡты ла, әллә ниндәй башлы йыланға ( исемен онотҡанмын) уҡы, тей. Минең күҙҙәр дүрт булды:"Ҡуй, инәй, мин ундай йылан-мыланға аят бағышламайым, ундай нәмәне лә белмәйем, әрүахтарыңа ғына уҡыйым"-, тип , инәйҙең өҫтөндә хаҡтары булған, унан хәйер-саҙаҡа, доға өмөт итеүселәргә аят бағышланым. Инәйҙе ғәйепләмәйем, әммә беҙҙең быуын кешеһенең, йәштәрҙең динде өйрәнгеһе килмәүенә генә аптырайым. Ана шунан килә инде йылан-мыланға аят уҡыйыҡ, тиеү.

Айһылыу Ғарифуллина

фото интернеттан

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас