Беренсенән, ул минең иң тәүге, ғүмеремдә беренсе күргән «тере» яҙыусым.Беҙ белем алған Өфө ҡалаһының 1-се һанлы башҡорт мәктәп-интернатына (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика интернат-гимназияһы) ул бик йыш килеп йөрөнө. Берәй күрше республикаға ҡунаҡҡа барып,йәки сит илдә йөрөп ҡайтһа күңелендә тыуған хистәре, яңылыҡтары менән уртаҡлашырға беҙгә килеп етер ине. Төркиәлә йөрөп ҡайтҡас Әхмәтзәки Вәлиди менән осрашыуы тураһында йәшермәй-нитмәй, бик ентекләп һөйләгән әңгәмәһе беҙҙең күңелдән һаман юйылмаған.Үҙегеҙ беләһегеҙ, был шәхескә ҡарата беҙҙең ҡараш ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора: йә унан«герой»яһайбыҙ, йә «халыҡ дошманы»булып китә. Был осор--уның «дошман»сағы ине. Шуға күрә Мостафа олатайҙың беҙгә, бөтә Башҡортостандан ғына түгел, хатта сит өлкәләрҙән дә йыйылған балалар алдында «шикле»кеше тураһында ауыҙ асып һүҙ һөйләп ултырыуы үҙе бер батырлыҡ булғандыр, тием.
Икенсенән, Мостай Кәрим беҙҙең интернаттың Салауат Юлаев исемендәге пионер дружинаһының почетлы пионеры булды. Һәм ул үҙенең ошо «пионерлыҡ» бурысын артығы менән аҡлар ине. Мәҫәлән,«Оҙон-оҙаҡ баласаҡ»китабының эстәлеген беҙгә был әҫәр донъя күрерҙән күп йылдар элек үк һөйләп бөткәйне. Хатта беҙ уны, яратып,«Кендек»тип тә йөрөтә торғайныҡ.
Бер йылды, октябрь айының һыуыҡ, ҡар ҡатыш ямғыр яуып торған бер көнөндә, ул беҙгә оҙон плащ кейеп, лыс һыу булып килеп инде. Өйҙән иртәрәк сыҡҡан да, уңайһыҙланып, Мәжит Ғафури паркында йөрөп, йә берәй эскәмйәлә ултырып торормон тип, «Ҡала советы» туҡталышында трамвайҙан төшөп ҡалған икән. Әмәлгә ҡаршы, ямғыр яуа башлаған.«Күшекһәм дә был ямғырҙың да бер файҙаһы тейҙе әле,-тине ул шул осрашыуҙа,--башыма шәп бер сюжет инеп ояланы». Һуңынан беҙ уның киң билдәле «Ҡара һыуҙар» поэмаһы икәнен белдек. Һуңыраҡ, 1969 йылда, миңә, курсташ бер нисә дуҫым менән бергә, алдашып инеп, Мостафа Сафа улының Башҡортостан опера һәм балет театрында үткән 50 йыллыҡ юбилей тантанаһын ҡарау бәхете тейҙе. Баласаҡ дуҫыбыҙ Мостай Кәримгә, ошо тантанаға саҡырып, бөтә Башҡортостанға күрһәткән дуҫтары, күренекле, бөтә донъяға билдәле әҙиптәр--авар шағиры, Ленин премияһы лауреаты Рәсүл Ғамзатов, ҡырғыҙ яҙыусыһы, шулай уҡ Ленин премияһы лауреаты Сыңғыҙ Айытматов, Ҡабарҙы-Балҡар шағиры Ҡайсын Кулиев, ҡалмыҡ Давид Кугультинов, ижадташ дуҫы, тәржемәсеһе Михаил Дудин, татарҙың бөйөк шағиры Хәсән Туфан менән осраштырғаны өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур рәхмәт. Мостай осраштырмаһа--күрә алыр инекме икән уларҙы!
...Алдымда Мостайҙың «Көндәлектәре»тип әйткәйнем инде. Әйҙә, бергәләп, ҡарап сығайыҡ әле.Бәлки һеҙгә лә оҡшар.
6 март, 1982.
Аҡылды кәрәк саҡта йәшереп була, ахмаҡлыҡты ғына йәшереп булмай.
23 март, 1983.
...Кешенең әжәле Хоҙай ҡулында, әжәл көткән кешенең ғүмере кеше ҡулында. Сирле кешене рәнйетеү--ҙур ғонаһ ул.
***
Мин килгәс инәй ( әсәһе—Ф.Ә.) матур күлдәген, мин сит илдән алып ҡайтҡан яңы кофтаһын кейеп алды. Ашап-эскәс, инәй мин килтергән күстәнәстәрҙән(сәй, алма, лимон, кәнфит) айырып өс өлөш сығарҙы, уларҙы өс төргәккә төрҙө. Шуларҙы алып, теге һуғыш ғәрибенә, йәнә ике дуҫ ҡарсығына күстәнәс тапшырырға китте.
Ниндәй һәйбәт йола! Күстәнәс бүлешеү--шатлыҡ бүлешеү ул! Хәбәр шул--улы килгән!
7 ғинуар, 1985.
Иртән ашарға барманым. Йөрөмәҫкә ҡушты врач. Миңә ашты Владимир Санги килтерҙе. Тәҙрәнән ҡарап торҙом уның килгәнен. Аҡ айыу тун, аҡ бүрек кейгән. Аяғында--унтылар. Ике ҡулын алға һоноп иптәшенә аҙыҡ алып килә. Был күренеш оҙаҡ хәтерҙә ҡалыр: дуҫына аҙыҡты ике ҡулын алға һуҙып килтерә. Санги менән яҡын аралашҡан юҡ ине. Һуңғы көндәрҙә һөйләшеп ултырғыланыҡ. Тәбиғәт балаһы. Оҫта һунарсы. Бер көндө йәш ҡабан ите менән һыйланы. Көньяҡ Сахалиндан ул. Милләте--нивх. Русса яҙа. Һәйбәт прозаик.
9 ғинуар, 1985.
Беҙҙә элек ҡунаҡтың олоһо-кесеһе булмай торғайны. Әле лә хәтеремдә, Мәсет урамындағы Кәли бабайымдарға килһәм дә, Сәрәндәге еҙнәләремә барһам да: «Ҡунаҡ килгән бит!»--тиерҙәр ине алсаҡ йөҙ менән. Ҡунаҡҡа ни бары 8-9 йәш. Хәҙер ҡунаҡтың (оло йәштәгеһенең дә) файҙалыһы, кәрәклеһе күберәк ҡәҙерле. Ҡалғандарына ни ҙә ярай...Һүҙ, әлбиттә, саҡырылмай килгән ҡунаҡтар тураһында бара...
5 май, 1986.
Мөхәббәт сәсеп, һағыш урҙым.
16 май, 1986.
Бер күҙәтеү.
Йырсы микрофон аша йырлағанда уның моңо тараҡтан таралып, иләктән иләнеп сыға һымаҡ.
9 август, 1988.
Зыяраттағы хәл. Ҡәбер ташы эргәһендә йәш кенә егет тора. Ташҡа шиғыр яҙылған.
-Ағай, уҡып бирегеҙсе.
-Кем ҡәбере был?Әсәйемдеке.
Был егеттең әсәһе, күрәһең, балаһына ҡәбер ташындағы яҙыуҙы уҡырлыҡ та үҙ телен ( әсә телен) өйрәтмәгән.
4декабрь, 1989.
Нәфсе һәр саҡ ас ул. Уны туйҙырып булмай. Тыйырға ғына кәрәк, тыйып булмағанда, быуырға кәрәк.
9 декабрь, 1989.
Инәйем (әсәһе--Ф.Ә) 105-кә сыҡты. Хәҙер эшләй алмай. Ул әйтә:«Төштәремдә эшләп йөрөйөм: йә эйелә-һығыла иген урам, йә тәгәрләтеп бесән йыям, йә һыйыр һауам, йә киндер һуғам. Шул тиклем рәхәт. Ошо рәхәтлектән уянып китәм».
27 декабрь, 1989.
Аслыҡ менән хурлыҡтан да насарыраҡ нәмә юҡ.
27 декабрь, 1989.
«Перестройка» тигәнебеҙ, бәлки, ул аҡыллы ла китаптыр. Әммә уны уҡый белмәй, хәреф танымай торған кешеләргә тотторҙолар. Шуға күрә, уның биттәрен йыртҡылап, махорка төрәләр.
Мин Сәғит Ағишты бик йыш иҫкә алам. 1956 йылда мин, Вьетнамда йөрөп ҡайтҡас, Союзға ағай-энене йыйып, йөрөгән ерҙәр, күргән илдәр тураһында һөйләнем. Һорауҙар булды. Сәғит ағай ҙа һорау бирҙе:
-Вьетнамда кәүҙәгә халыҡ ниндәйерәк: эреме, ваҡмы?- Үҙе буйға бәләкәй булған өсөн ҡыҙыҡһынды, ахырыһы.
-Сәғит ағай,--тинем мин,--һин Вьетнамға барып сыҡһаң, торғаны менән бер бәһлеүән булып күренер инең.
Сәғит ағай, уйлап та тормай, былай тине:
-Улайһа, бармайым мин Вьетнамға. Бәһлеүәнлегемә күнегә алмай яфаланып бөтөрмөн. Мин кешеләргә эйелеп түгел, үрелеп ҡарарға өйрәнгәнмен.
Ни тиклем мәғәнә был шаярыуҙа!
7 июнь, 1995.
Сахалинда ер тетрәү тураһында көн дә һөйләйҙәр. Ҡот осҡос фажиғә. Илдә фажиғәләр бигерәк күбәйҙе. Төрлөһө. Әле мин шуны уйлайым. Хоҙай ҡәһәре был. Ни өсөн? Хәҙер, динде тергеҙәбеҙ тигән булып, бик күптәр ялған динсегә әйләнеп бөттө. Эстән иманһыҙҙар тыштан иманлы булып күренә. ( Ата коммунист Ельцин сиркәүҙә шәм тотоп тора). Хоҙай шуларға рәнйей.Ғөмүмән, ялғанлыҡ, ике йөҙлөлөк, хаинлыҡ, мөртәтлек күбәйҙе. Хоҙай шуға рәнйей. Башта рәнйей, түҙә, сабыр итә. Сабырлығы бөткәс, яза ебәрә--ер тетрәүҙәр, янғындар, ташҡындар, ыҙғыш-ҡырылыштар, ҡан ҡойоштар һәммәһе лә шул арҡала. Хоҙайға ышанғандан түгел, ышанам тип алдашмағаным өсөн яҙам.
15 июль, 1995.
Беҙ кешеләрҙе бер-береһенә изгелек эшләргә саҡырабыҙ. Әгәр улар бер-береһенә яуызлыҡ күрһәтмәһә, изгелек ҡылыуҙың да хәжәте ҡалмаҫ ине. Рәнйетеү булмаһа, йыуатыу ҙа кәрәкмәҫ ине. Әйҙәгеҙ, әҙәм балаларын яуызлыҡтар ҡылмаҫҡа өндәйек.
10 сентябрь, 1995.
Ниндәй генә гәзитте асып, ниндәй генә телеэкранға күҙ һалма, гел йондоҙҙар тураһында һөйләйҙәр. Сәхнә йондоҙо, эстрада йондоҙо, поэзия йондоҙо...Баҡһаң, йондоҙ тигәнең йыш ҡына сысҡан уты булып сыға. Ярым шәрә берәй туҙғаҡ баш йәки ҡатынша ир килеп сыға ла: «Йондоҙ, йондоҙ!»- тип шаҡ ҡаталар.
Шундай кешеләр бар: сәләм биргәндә күҙҙәрендә нур ҙа, тауыштарында яғымлылыҡ та юҡ. Әйтерһең, улар телеграф бағаналары менән иҫәнләшәләр.
24 ноябрь, 1995.
Ҡарттар ике сәбәптән төндәрен насар йоҡлай. Берәүҙәр үҙҙәренең ғонаһтарын уйлап үкенәләр; икенселәр ҡылған сауаптарын уйлап ҡыуаналар. Шунан йоҡолары ҡаса.
17 ғинуар, 1996.
Беҙ, ғәҙәттә,«дуҫ һатты», тип әрнейбеҙ. Дуҫтар ғына һата ла инде ул. Дошман иһә ата ғына. Дуҫ һатыр, дошман атыр. Ошо ике арала йәшәйбеҙ инде.
1 март, 1996.
Әҙәм хәтеренең мөмкинлектәре сикле. Берәүҙәр унда изге нәмәләргә урынды мул бирә лә, яуыздарына өлөш аҙ ҡала. Икенселәр киреһенсә эшләй. Нығытып уйлаһаң, Һәр кемдең күңелендә һағынып һөйләрлек нәмәләр күп.
17 апрель, 1996.
Ирҙәрҙең ҡылығы--тиҙ иҫергәндә, ҡатындарҙыҡы--оҙаҡ сирләгәндә ныҡ асыла.
24 ғинуар, 1997.
Үҙ ғүмерҙәрендә кешеләр бер-береһенә күп нәмәне әйтергә өлгөрмәй ҡалалар. Йә тартыналар, йә шарттары тура килмәй. Шуларҙың иң үкенеслеһе--рәхмәт менән әйтелмәген мөхәббәт.
20 сентябрь, 1997.
Кәңәшкә мохтаж кешегә һорамағанда кәңәш биреү кәрәкмәй. Һорамай биргән кәңәште күп әҙәм ҡабул итмәй, киреһенсә, хәтере ҡала. Йәнәһе, ул үҙе бөтәһен дә белә. Бигерәк тә ҙур түрәләргә был оҡшамай.
Хәҙер берәүгә лә аҡыл бирергә атлығып бармайым.
31 май, 1998.
Хәерге йырҙарҙың күпселеген тыңлау--төбө тишек бокалдан шарап эсеү шикелле. Шарапты һоҫоп алаһың, ауыҙыңа еткәнсе түгелеп бөтә. Әлеге йырҙар ҙа күңелгә еткәнсе, һауала шартлап, юҡ була.
Ундай йырҙарҙың ике генә һүҙе бар. Беренсеһе---яратам, яратам, яратам, яра, яр...Икенсеһе--әсәйемде һағынам, һағынам, һағынам, һағын...
16 июнь, 1999.
Шундай йыр бар:
Һандуғастар ояла,
Оялары быяла.
Һандуғас балаһы кеүек
Шат йәшәйек донъяла.
Һандуғас--моңло ҡош. Шуға күрә, ул шат түгелдер,тимен. Моңло заттар шат булмайҙар.
10 март, 2000.
Уҙғандарҙы табып булмай. Уларҙы хәтерләргә генә мөмкин.
26 май, 1994.
Долгие годы я боготворил Тараса Шевченко. Когда несколько лет назад на Украине начали бешеную антирусскую пропаганду, я вдруг задался вопросом--откуда это? Как ни странно, мысль остановилась на строках Шевченко:
Чернобровые, любитесь, да не с москалями,
Москали чужие люди.
Глумятся над вами.
Это из «Катерины»( поэма).
Получается, отцом антирусского воспитания душ был Шевченко, которого из рабства выкупили русские интеллигенты.
Фәрит Әхмәров.